9 май - Еңеү көнө
9 Май 2024, 05:30

Һуғыш ветерандары өсөн парадтар ойошторолдо

Уларҙың тарихы, биографияһы, хәтирәләре – ҡиммәтле хазина, уларҙы беҙ быуындан-быуынға һаҡларға һәм тапшырырға тейешбеҙ

Һуғыш ветерандары өсөн парадтар ойошторолдоҺуғыш ветерандары өсөн парадтар ойошторолдо
Һуғыш ветерандары өсөн парадтар ойошторолдо

Республикала Бөйөк Еңеүҙең 79-се яҙын ҡаршылауға бағышланған саралар бер нисә көн алда уҡ башланды. 7 майҙа Өфө ҡалаһында ике һуғыш ветераны – Рәйес Рәхимйән улы Әбдрәшитов һәм Петр Михайлович Сергеев өсөн шәхси концерт һәм парад ойошторолдо.

– Уларҙың тарихы, биографияһы, хәтирәләре – ҡиммәтле хазина, уларҙы беҙ быуындан-быуынға һаҡларға һәм тапшырырға тейешбеҙ. Улар – беҙҙең үткәндәр менән төп бәйләнешебеҙ, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡтың сағылышы. Улар алдында баш эйәбеҙ һәм сикһеҙ ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ. Ветерандарыбыҙҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйем! – тине Ватан һаҡсыларын тәбрикләү сараһында ҡатнашҡан баш ҡала башлығы Ратмир Мәүлиев.

Фото: t.me/ratmirmavliev/4117

Һуғыш ветерандары өсөн парадтар ойошторолдо
Һуғыш ветерандары өсөн парадтар ойошторолдо
Һуғыш ветерандары өсөн парадтар ойошторолдо
Һуғыш ветерандары өсөн парадтар ойошторолдо
Һуғыш ветерандары өсөн парадтар ойошторолдо
Һуғыш ветерандары өсөн парадтар ойошторолдо
Һуғыш ветерандары өсөн парадтар ойошторолдо
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас