9 май - Еңеү көнө
9 Май 2024, 07:30

Ул 17 йәшендә фронтҡа алына

Саҡмағоштар Бөйөк Еңеүҙең 79-сы яҙын Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән ҡаршылай. 

Ул 17 йәшендә фронтҡа алынаУл 17 йәшендә фронтҡа алына
Ул 17 йәшендә фронтҡа алына

Саҡмағош районының Күсәкәй ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғилемхан Садиҡ улы Арыҫланов менән осрашыу үтте. Ветеранды ҡотлау тантанаһында район хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев ҡатнашты һәм уға тыныслыҡ, Бөйөк Еңеү өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Ғәлимхан Садиҡ улы - еңеүселәр быуынынан, улар менән ғорурланабыҙ һәм илһөйәрлек, сыҙамлыҡ һәм эшһөйәрлек өлгөһө булып торалар. Ул 17 йәшендә фронтҡа алына, 1952 йылда тыуған яғына ҡайта. Ғүмер буйы колхозда эшләй. Ҡатыны Сәүиә Хәбибулла ҡыҙы менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бөгөн ветеран уларҙың мөхәббәтен һәм хәстәрлеген тойоп йәшәй.

Йыл һайын хөрмәтле ветерандарыбыҙ беҙҙең өсөн ҡәҙерлерәк була бара. Ихлас күңелдән уларға рух күтәренкелеге, оҙон ғүмер, яҡындарының йылыһын һәм һөйөүен тойоп йәшәүҙәрен теләйем, – тип йылы теләктәрен еткерҙе Реканс Фәнил улы.

Күсәкәй һәм Аблай ауылдарында Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған саралар үтте, һәйкәлдәргә сәскә һалдылар. “Һәр ауылдың үҙ батырҙарын иҫкә алыуы һәм хөрмәт итеүе, улар тураһында балаларға һәм ейәндәргә һөйләүе ҡыуаныслы”, – ти етәксе.

Фото: t.me/yamaleev_rf/7536

Ул 17 йәшендә фронтҡа алына
Ул 17 йәшендә фронтҡа алына
Ул 17 йәшендә фронтҡа алына
Ул 17 йәшендә фронтҡа алына
Ул 17 йәшендә фронтҡа алына
Ул 17 йәшендә фронтҡа алына
Ул 17 йәшендә фронтҡа алына
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас