8 майҙа Өфөлә Рус драма театр алдында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған хәрби техника һәм автомобилдәр күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте.
Күргәҙмәлә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ҡулланылған хәрби техниканың төрлө өлгөләре - пулеметлы мотоциклдар, пушкалар, хәрби машиналар, шулай уҡ санитар һәм “ашығыс ярҙам” автомобилдәре ҡуйылған. Улар менән Рус драма театры алдында һәм Ленин майҙанында яҡындан танышырға мөмкин.
Күргәҙмә 9 май байрам саралары тамамланғансы эшләй.
Фото: vk.com/ufa?ysclid