Бөтә яңылыҡтар

Еңеү һалдаттары батырлығы һәр саҡ халыҡ хәтерендә

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәүф Сәләх улы Гәрәев һәм башҡалар Шайморатов ордены менән бүләкләнде.

Еңеү һалдаттары батырлығы һәр саҡ халыҡ хәтерендә
Еңеү һалдаттары батырлығы һәр саҡ халыҡ хәтерендә

9 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Республика етәксеһе республика халҡын байрам менән ҡотланы һәм дәүләт наградаларын ( государственные награды) тапшырҙы. Шул иҫәптән Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәүф Сәләх улы Гәрәев, Милли гвардия ғәскәре федераль хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының “Толпар” тиҙ яуап биреү махсус отряды командиры урынбаҫары Алмас Илдар улы Дәүләтов, РФ Оборона министрлығының Үҙәк хәрби округының 12-се Айырым Гвардия Кенигсберг-Городок Ҡыҙыл Байраҡлы инженер бригадаһының дәүләт серен һаҡлау буйынса штабы начальнигы урынбаҫары – хеҙмәт начальнигы Артур Әнәс улы Шәйхетдинов Шайморатов ордены менән бүләкләнде.

Радий Хәбиров тәбрикләү һүҙ менән сығыш яһаны.

– Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл эшсәндәре! Хөрмәтле иптәштәр! Һеҙҙе Еңеү көнө менән ихлас ҡотлайым!

Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Хөрмәтле иптәштәр!

Бөгөн илебеҙ совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығын билдәләй. Ысын күңелдән ошо ҡәҙерле байрам менән ҡотлайым!

Тыуған илебеҙ тарихында бөйөк ҡаҙаныштар һәм данлы даталар байтаҡ. Беҙ һәр ваҡыт фронтовик геройҙарҙың һәм тыл хеҙмәтсәндәренең тиңһеҙ батырлығын иҫтә тотасаҡбыҙ. Бөгөнгө һынауҙарҙа уларға лайыҡлы булырға тырышасаҡбыҙ.

Илебеҙ тарихында был йыл иҫтәлекле даталар менән билдәләнгән. 80 йыл элек, 1944 йылдың ғинуарында, Ленинград блокадаһы тулыһынса бөтөрөлә. Башҡортостанда тыуып үҫкәндәр Балтик флоты караптарында батырҙарса һуғыша, “Невский биҫтәһендә” һөжүмдәрҙе кире ҡаға, легендар “Тормош юлын” һаҡлай. Шул уҡ 1944 йылда беҙҙең республика яугирҙәре Ҡырымды, Севастополде, Одессаны азат итеүҙә ҡатнаша.

Ҡырым һәм Украина өҫтөндә күктә һуғышҡан ҡурҡыуһыҙ осоусылар араһында беҙҙең ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланова ла була. Севастополдәге Малахов ҡурғанында артиллерист Тажетдин Ғиләжетдинов батырлыҡ күрһәтә, ул Башҡортостанда иҫән берҙән-бер Советтар Союзы Геройы. 20 йәшлек гвардия лейтенанты Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин Николаев янында дошман дзотының амбразураһын яба, яҡташыбыҙ Александр Матросовтың батырлығын ҡабатлай. Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Украина, Беларусь, Польша ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә ҡатнаша, Берлинға тиклем барып етә.

Еңеү һалдаттары быуынының батырлыҡтары халҡыбыҙҙың рәхмәтле хәтерендә йәшәйәсәк.

Хөрмәтле иптәштәр!

Бөгөн беҙҙең быуын махсус хәрби операция сиктәрендә нацизмға ҡаршы көрәшә. Тағы ла көслө рухлы геройҙар ваҡыты етте, улар өсөн ҡәҙерле ветерандарыбыҙҙың сыҙамлығы һәм илһөйәрлеге иң лайыҡлы өлгө булып тора.

Беҙ мобилизацияланған, контрактсылар, ирекле формированиелар, «Башҡортостан» полкы, исемле батальондар яугирҙәре менән ғорурланабыҙ.

Күптән түгел Алкин-2 ҡалаһында урынлашҡан 12-се Айырым гвардия инженер Кенигсберг-Городок Ҡыҙыл Байраҡлы бригадаһы Рәсәй Президенты указы менән Жуков ордены менән бүләкләнде. Бригаданың шәхси составы дәүләт башлығының юғары баһаһын ала. Авдеевка өсөн алыштарҙа Украина хәрби көстәре артпозицияларын юҡ иткән гаубицалы артиллерия дивизионы яугирҙәре Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнә.

Беҙҙең яугирҙәр һуғышта батырлыҡ һәм рух көсөн күрһәтә. Рядовой Эдуард Әхмәҙуллин, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, реактив ҡоролмаларҙан хәүефһеҙ урынға тулы бензин заправкалаусыны сығара. Шулай итеп, техниканы ғына түгел, ә үҙенең полкташтарының ғүмерен дә ҡотҡара.

28 мартта артиллерия утҡа тотҡан ваҡытында кесе сержант Тимур Хафизов хеҙмәттәштәрен мина яланы аша юғалтыуҙарһыҙ үткәрә һәм һөжүм дауам ителә. Апрель башында Салауаттан “Седой” позывнойлы сержант беренсе булып дошмандың хәрәкәтен күрә, сигнал бирә, ут асып, дошманды туҡтата.

Йылайыр районынан ете егет көслө ут аҫтында яралы яугирҙәрҙе һуғыш яланынан эвакуациялай. Табиптар уларҙың ғүмерен ҡотҡарған, беҙҙең егеттәр тағы ла үҙебеҙҙекеләрҙе ташламауыбыҙҙы иҫбатлаған.

Беҙҙең яугир-яҡташтарыбыҙ – ысын геройҙар. Уларҙың 500-ҙән ашыуы махсус хәрби операция башланғандан алып Батырлыҡ, Шайморатов ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Суворов”, “Жуков” миҙалдары менән бүләкләнгән.

Быйыл Ил Президенты Владимир Владимирович Путин Афған һуғышы ветераны, “Башҡортостан” полкының танк батальоны командиры Андрей Павлович Мигуновҡа Рәсәй Геройы исемен биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Подполковник Мигунов “Алтын Йондоҙ” менән бүләкләнгән яҡташтарыбыҙ исемлеген тулыландырҙы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлгәндән һуң.

Бөгөн беҙ, башыбыҙҙы түбән эйеп, яу яландарында һәләк булған, яраларынан үлгән, хәбәрһеҙ юғалған бөтә геройҙарҙы иҫкә алабыҙ. Уларҙың исемдәрен мәктәптәр, урамдар һәм аллеялар йөрөтә. Улар мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә ҡаласаҡ.

Һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуығыҙҙы һорайым, – тине Радий Хәбиров.

Бар зал баҫып, Тыуған иле өсөн башын һалған батырҙарҙы иҫкә алды.

Республика Башлығы сығышында республиканың Рәсәйҙең яңы биләмәләренә күрһәткән ярҙамы тураһында ла һөйләп үтте.  

– Бөгөн беҙ, һәр ваҡыттағыса, Еңеү парадын лайыҡлы үткәрҙек. Хәҙер үк бөтә райондарҙа һәм ҡалаларҙа байрамдар һәм концерттар үтә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешелеккә фашизмды еңергә көс һалғандарҙың рәттәре йылдан-йыл кәмей бара. Бөгөн республикабыҙҙа 160-ҡа яҡын фронтовик һәм 7,5 мең тыл хеҙмәтсәне йәшәй. Ветерандарҙы хәстәрләү – беҙҙең изге бурысыбыҙ.

Бала сағы ауыр һуғыш йылдарын тура килгәндәргә айырым иғтибар бирәбеҙ. Әле республикабыҙҙа 132 мең һуғыш балаһы йәшәй, уларҙы ла хәстәрлек, ихтирам һәм иғтибар менән уратып алырға тырышырға кәрәк.

Киләһе йылда Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Бөйөк байрам, совет халҡының батырлығы символы булараҡ, беҙҙе батырлыҡҡа, өлкән быуындың сыҙамлығына, уларҙың еңеүгә ынтылышына тиңләшергә саҡыра.

Башҡортостан халҡы исеменән һеҙгә, ҡәҙерле ветерандар, беҙҙең ил, тыныслыҡ өсөн оло рәхмәт белдерәм. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм тыныс күк йөҙө теләйем! Бөйөк Еңеү байрамы менән, хөрмәтле дуҫтар! Еңеү көнө менән! – тип һүҙн йомғаҡланы республика етәксеһе.

Радий Хәбиров Еңеү көнөнә арналған Өфө территориаль гарнизоны һәм көс структуралары подразделениелары хәрбиҙәре араһында өсөнсө смотр-конкурс еңеүселәренә дипломдар тапшырҙы.

III дәрәжә дипломдарҙың беренсе йәш төркөмөндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының парад расчеттары лайыҡ булды.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтының беренсе парад расчетына (ҡыҙҙар) II дәрәжә дипломы тапшырылды.

I дәрәжә диплом һәм Башҡортостан Башлығы кубогын Федераль язаларҙы үтәү хеҙмәтенең республика буйынса идаралығының тәүге парад иҫәбе яуланы.

Икенсе йәш төркөмөндә дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында Өфө районы Булгаков ауылы лицейынан “Юнармия” төбәк бүлексәһенең парад иҫәбе III урын алды.

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернатының парад иҫәбе II урынға лайыҡ булды.

Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округы башҡорт кадет корпусының парад расчеты I урын яуланы.

Тантаналы йыйылыш республика артистарының һәм ижади коллективтарының байрам концерты менән тамамланды.

 Фото: glavarb.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: