Учалы уңғаны, һәләтле музыкант Булат Пирғәлин Бөйөк Еңеү байрамы айҡанлы сираттағы музыкаль видео тәҡдим иткән.
Шәхси сәхифәһендә ул түбәндәге юлдарҙы ҡалдырған:
“Дуҫтар! Бөтәгеҙҙе лә Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотлайбыҙ! Шул уңай менән йыйылып, яугирҙәргә ҡағылышлы көйҙәрҙе һайлап, һеҙҙең өсөн уйнап үттек. Барығыҙға ла һаулыҡ, тыныслыҡ һәм бәхет теләйбеҙ!” - тип яҙған ул.
Беҙ ҙә уның теләктәренә ихлас ҡушылабыҙ һәм һәммәгеҙгә именлек һәм матур тормош теләп ҡалабыҙ.
Фото: Б. Пирғәлиндең видеоһынан скриншот.