Бөтә яңылыҡтар

Ғәзи Ҡазыхан улының батырлығы оҙаҡ йылдар күләгәлә ҡалған

"Был күптән көтөлгән ваҡиға – Геройҙың иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтеү һәм тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү", - тип яҙҙы Андрей Назаров. 

Ғәзи Ҡазыхан улының батырлығы оҙаҡ йылдар күләгәлә ҡалған
Ғәзи Ҡазыхан улының батырлығы оҙаҡ йылдар күләгәлә ҡалған

Республикала Бөйөк Еңеүгә арналған саралар бара. Уларҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та ҡатнашты. Ошо сараларҙан һуң ул тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

– Республика Башлығы Радий Хәбиров, ветерандар һәм абруйлы ҡунаҡтар менән генерал Миңлеғәле шайморатов һәйкәленә, Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа һәм мемориалдарға сәскәләр һалдыҡ.

Ошонда уҡ, Еңеү Паркында Ватан һуғышы геройы Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асылды. Был күптән көтөлгән ваҡиға – Геройҙың иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтеү һәм тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү.

Яҡташыбыҙ, Мишкә районынан Ғәзи Ҡазыхан улының батырлығы оҙаҡ йылдар күләгәлә ҡалған: бер нисә йыл элек кенә материалдарҙан серлелек алына. 1945 йылдың апрелендә Заһитов иптәштәре менән Рейхстагтан алыҫ булмаған билдәләнмәгән каналды разведкалай. Разведка һөҙөмтәләре тураһында шунда уҡ командованиеға хәбәр итәләр. 30 апрелдә капитан Владимир Маковтың штурмлау төркөмө составында Загитов Рейхстагҡа бәреп инә һәм, күкрәгенә яраланһа ла, беренсе булып бина өҫтөнә хәрби Ҡыҙыл Байраҡ күтәрә.

Һәйкәл проектының авторы – Өфө скульпторы Артем Зеленин. Бронзанан проектты архитекторҙар Владимир Винкельман һәм Лариса Селиверстова тормошҡа ашыра. Монумент төҙөлөшөнөң бағыусыһы – “Башнефтегеофизика” компанияһы, уның генераль директоры Рөстәм Әҙиев.

Ҡәҙерле башҡортостандар! Беҙ барыбыҙ ҙа – еңеүселәрҙең тоҡомо. Әммә тарих бер урында тормай һәм уның яңы героик биттәрен бөгөн махсус хәрби операция яландарында Ватан мәнфәғәттәрен яҡлаған егеттәребеҙ яҙа. Геройҙарҙың батырлығы тураһында һәр беребеҙ мотлаҡ белергә һәм иҫтә тоторға тейеш. Был беҙҙең ата-бабаларыбыҙ һәм рәсәйҙәрҙең киләсәк быуындары алдындағы бурысы.

Бөйөк Еңеү байрамы менән, дуҫтар! Геройҙарға мәңгелек дан!
Фото сығанағы: Андрей Назаров

 

Ғәзи Ҡазыхан улының батырлығы оҙаҡ йылдар күләгәлә ҡалған
Ғәзи Ҡазыхан улының батырлығы оҙаҡ йылдар күләгәлә ҡалған
Ғәзи Ҡазыхан улының батырлығы оҙаҡ йылдар күләгәлә ҡалған
Ғәзи Ҡазыхан улының батырлығы оҙаҡ йылдар күләгәлә ҡалған
Ғәзи Ҡазыхан улының батырлығы оҙаҡ йылдар күләгәлә ҡалған
Ғәзи Ҡазыхан улының батырлығы оҙаҡ йылдар күләгәлә ҡалған
Ғәзи Ҡазыхан улының батырлығы оҙаҡ йылдар күләгәлә ҡалған
Ғәзи Ҡазыхан улының батырлығы оҙаҡ йылдар күләгәлә ҡалған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: