Бөтә яңылыҡтар

Тимерселәр династияһын дауам итә

2013 йылда мангал эшләп ҡарай ҙа...

Тимерселәр династияһын дауам итә
Тимерселәр династияһын дауам итә

Эдуард Тимерғәлин – нәҫелдәрендә дүртенсе быуын тимерсеһе. Мәҫәлән, уның ҡартатаһы заманында Ваш-Яҙы ауылында мәсет һәм мәҙрәсә һалған. Бала саҡтан хеҙмәткә һөйөүҙе  унда атаһы тәрбиәләгән. Тәүге тапҡыр тимерлек эше менән 2013 йылда таныша, беренсе мангалын эшләгәндән һуң был шөғөлгә ныҡлап тотона.

Асҡындың уңған егете “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе, тыуған төбәген төҙөкләндереүгә ихлас тотоноп, әллә күпме маҡтаулы эштәр башҡарырға өлгөрҙө, тип хәбәр итә Вash.news.

Ә яңыраҡ Эдуард класташтары менән ауыл хакимиәте ярҙамында “Улар Ватан өсөн һуғышты” обелискын тергеҙҙе. Был иҫтәлекле стендта фашизм менән көрәштә һәләк булған яҡташтарының исем-фамилиялары урын алған.

Махсус хәрби операция башланыу менән Эдуард яҡташтарына гуманитар ярҙам ойоштороуға тотона, фекерҙәштәр туплай. Алғы һыҙыҡтағы класташтары менән аралашып, уларға кәрәкле әйберҙәр исемлеген төҙөп, райондаштары менән аҡса йыйып, гуманитар ылау илтеүҙә ҡатнаша.

Эдуард тураһында ауылдаштары бик яҡшы фекерҙә, ”үтә ябай, әммә асыҡ, ихлас кеше”, тиҙәр. Уның өсөн тормошта иң мөһиме – кешеләргә ярҙам итеп йәшәү, эшеңдән ҡәнәғәтлек тойоу. Ә матди байлыҡты, тырышҡанда, һис һүҙһеҙ табып була ул, тип иҫәпләй егет.

Фото: https://bash.news/news/223817-kuznec-iz-baskirii-vosstanovil-voennyi-obelisk

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: