Бөйөк Еңеүҙең 79-сы яҙы айҡанлы “Башҡортостан” гәзите “Үлемһеҙ полк” акцияһын иғлан иткәйне. Был акция шарттары буйынса теләгән һәр кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атай-олатайҙарының, әсәй-өләсәйҙәренең, туғандарының фотоһүрәттәрен ҡуйып, исем-шәрифтәрен яҙып, ҡыҫҡаса мәғлүмәтте яҙма аҫтына теркәне. Шулай уҡ уны төрлө төркөмдәрҙә таратты.
Акция шарттарын урынына еткереп үтәгән, “Үлемһеҙ полк” акцияһын иң күп таратҡан Райхана Юлгилдина еңеүсе тип табылды. Ул ҡартатаһы Ғибаҙулла Мортаза улы Байғужин тураһында яҙҙы:
“Әсәйемдең ҡартатаһы Ғибаҙулла Мортаза улы Байғужин Йылайыр районы Байғужа ауылынан 1942 йылдың июнендә һуғышҡа китә. Ҡаты бәрелештәрҙә ике тапҡыр яралана. Өс тапҡыр, 1943-1945 йылдарҙа, "Ҡаһарманлыҡ өсөн" миҙалдары менән бүләкләнә. Германияға тиклем барып етеп "Берлинды алған өсөн", "Бөйөк Еңеү өсөн" миҙалдары менән наградалана. Беҙҙең тыныслыҡ һәм яҡты киләсәк өсөн үҙен аямай көрәшкән ҡартатайым менән ғорурланам!
Ҡартатайым ҡатынын һәм балаларын (биш ул тәрбиәләп үҫтерәләр) ҡыуандырып, Бөйөк Еңеү менән ҡайта. Әммә, үкенескә ҡаршы, иң оло улдары һуғыштан ҡайта алмай. Ҡартатайым урман ҡарауылсыһы булып эшләй, матур итеп донъя көтә.
Ҡартатайыма һәм ҡәртәсәйем Камилаға рәхмәтлемен! Икенсе улдарының ҡатыны йәшләй генә донъя менән хушлашҡас, минең дүрт йәшлек әсәйемде һәм уның бер йәшлек ҡустыһын тәрбиәләп оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар.
Һуғыш эҙемтәһеҙ булмаған, әлбиттә, ҡартатайым 59 ғына йәшендә ауырып мәрхүм булған.
Беҙҙең яҡшы һәм тыныс тормошобоҙ өсөн көрәшкән һәр бер ата-бабаларыбыҙ, тылда тырышып эшләгән, балалар тәрбиәләгән - инәйҙәребеҙ алдында баш эйәбеҙ!”
“Башҡортостан” гәзите ойошторған “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашҡан барлыҡ дуҫтарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙ Бөйөк Еңеүҙе бүләк иткән яҡындарығыҙҙы, яугирҙәрҙе, батырҙарҙы иҫкә алып, ҙур изге эш башҡарҙығыҙ.
Фото: Райхана Юлгилдинаның ғаилә альбомынан.