Бөтә яңылыҡтар

104 йәшлек ветеран Мәскәү парадынан ҡайтҡан

Уның менән һәр осрашыу ихлас һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үтә

104 йәшлек ветеран Мәскәү парадынан ҡайтҡан
104 йәшлек ветеран Мәскәү парадынан ҡайтҡан

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөйсәрә Фатихова 9 майҙа Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда уҙған парадта ҡатнашты. Ошо көндәрҙә Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йососпов оҙон юлдан ҡайтҡан ветеран менән Өфөлә осрашты.

– Уның менән һәр осрашыу ихлас һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үтә. Ул үҙенең шиғырҙарын уҡый, үткән йылдар хәтирәләре менән уртаҡлаша. Һәм мин, легендар 104 йәшлек яҡташыбыҙҙың энергияһы менән тулыланып, йылы осрашыу тойғоһо менән ҡайттым.

Тиҙҙән беҙ алыҫ сәфәргә сығасаҡбыҙ – яугирҙәребеҙҙе күрәсәкбеҙ. Хөрмәтле Мөйсәрә апайҙың изге теләктәре һәм рәхмәт һүҙҙәре беҙҙе алыҫ юлда йылытасаҡ! – тип яҙҙы Риф Йосопов.

Фото: https://t.me/RifYusupov0408/5954

104 йәшлек ветеран Мәскәү парадынан ҡайтҡан
104 йәшлек ветеран Мәскәү парадынан ҡайтҡан
104 йәшлек ветеран Мәскәү парадынан ҡайтҡан
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: