Ишембай һөнәрселек колледжы директоры кәңәшсеһе Роза Йәнбирҙина етәкселегендә уҡыу йорто ирекмәндәре “Изге матбуғатҡа яҙылыу” мәрхәмәтлек акцияһында ҡатнашҡан. Улар махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙең әсәһе Сәриә Фәтҡуллинаға “Башҡортостан” гәзитенә киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылыу бүләк иткән.
-Бындай акция беҙҙең колледжда беренсе тапҡыр уҙғарыла. Беҙ уны “Башҡортостан” гәзитенән башлап ебәрҙек. Уның матур йолаға әүерелеренә ышанабыҙ, - ти Роза Йәнбирҙина.
Рәсәй почтаһы һәм "Республика Башҡортостан" нәшриәт йорто ойошторған был матур акция дауамлы булһын.
Фото: Һөнәрселек колледжынан.