Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
20 Июнь , 18:00

Акцияға һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!

Йыл һайын Рәсәйҙә генә түгел, ә унан ситтә лә, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең батырлығы һәм ҡаһарманлығы тураһында хәтер һаҡланған урындарҙа, “Хәтер шәме“ акцияһы үтә.

Акцияға һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!
Акцияға һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!

Быйыл, Бөйөк Ватан һуғышы башланыр көнө алдынан, Рәсәйҙең бөтә ҡалаларында, шул иҫәптән Өфөлә лә хәтер шәмдәре тоҡандырыла. Акцияны ойошторусы – Башҡортостан рустары соборы. Сәскә һалыу һәм шәмдәр тоҡандырыу тантанаһы Александр Матросов һәйкәле янында үтәсәк. Төрлө быуын вәкилдәре, шул иҫәптән абруйлы ҡунаҡтар, үҙҙәренең ҡаһарман ата-бабаларын, бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан һәр бер кешенең батырлығын иҫкә аласаҡ. Ойоштороусылар һуғыш йылдары тураһындағы шиғырҙар һәм йырҙар ингән ҙур булмаған концерт программаһын планлаштыра.

Сара 21 июндә 11:00 сәғәттә Ленин исемендәге паркта Александр Матросов һәйкәле янында үтәсәк.

Фото: soborrusbash.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: