Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
21 Июнь , 23:30

Таңға ҡарай һөжүм иттеләр...

Яу яландарында башын һалған һалдаттарҙы иҫкә алайыҡ.

Таңға ҡарай һөжүм иттеләр...
Таңға ҡарай һөжүм иттеләр...

22 июнь Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө тип билдәләнә. Шул сәбәпле "Хәтер шәме" акцияһы үтте.

Хәтер Һәм ҡайғы көнө алдынан Рәсәйҙә Ватанды яҡлап үҙ ғүмерен ҡорбан иткәндәр, Бөйөк Еңеүҙе фиҙакәр хеҙмәте менән яҡынайтҡандар иҫтәлегенә миллионлаған шәм тоҡандырыла.

Бөгөн, 21 июндә, Өфөнөң Киров районы ветерандары һәм халҡы, 45-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе, 26-сы Мәғариф үҙәге, 21-се лицей уҡыусылары, “Башҡортостан урыҫтары соборы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы идараһы һәм бүлексә советтары ағзалары, ”Йәшлек” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтары берекмәһе белгестәре, Башҡорт медицина университеты студенттары, Еңеү ирекмәндәре Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың скульптураһы янында йыйылды.

Программала хәрби тематикаға арналған “Журавли”, “Закаты алые”, “Давно, была война”, “Россия” кеүек йырҙар яңғыраны. Ҡала мәҙәниәт һарайы солистары башҡарыуында “На передовой”, “Облаком по небу” концерт номерҙары тәҡдим ителде. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Бәҙәмшин сығыш яһаны. Өфө ҡалаһының 21-се лицейы уҡыусыһы Камила Абакачева Александр Дементьевтың “Әсә тураһында баллада” шиғырын уҡыны.

Сара бер минут тынлыҡ менән тамамланды.

1941 йылдың 22 июнь таңында фашистик Германия Советтар Союзына һөжүм итә һәм оҙаҡҡа һуҙылған Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Кешелек тарихында иң ҡан ҡойошло һуғыш өс йыл да ун ай һәм 18 көн дауам итә. Совет Армияһы Европа илдәрен фашизм ҡоллоғонан азат итә. Дәһшәтле һуғыш йылдарында илебеҙ 27 миллиондан ашыу кешеһен юғалта. Шуға ла 22 июнь Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө тип билдәләнә. Яу яландарында башын һалған һалдаттарҙы иҫкә алайыҡ. Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!

Фото: vk.com/soborrusbash.

Таңға ҡарай һөжүм иттеләр...
Таңға ҡарай һөжүм иттеләр...
Таңға ҡарай һөжүм иттеләр...
Таңға ҡарай һөжүм иттеләр...
Таңға ҡарай һөжүм иттеләр...
Таңға ҡарай һөжүм иттеләр...
Таңға ҡарай һөжүм иттеләр...
Таңға ҡарай һөжүм иттеләр...
Таңға ҡарай һөжүм иттеләр...
Таңға ҡарай һөжүм иттеләр...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: