Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
22 Июнь , 13:00

Бер кем дә онотолмаған

Башҡортостанда һуғыштың утлы һүрәттәре тоҡанды.

Бер кем дә онотолмаған
Бер кем дә онотолмаған

21 июндән 22-һенә ҡарай төндә, таңғы дүрттә Өфөлә Еңеү ирекмәндәре, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, Башҡортостан Республикаһы йәштәрен илһөйәрлек рухында тәрбиәләү үҙәге һәм Өфө ҡалаһының Йәштәр эштәре буйынса комитеты “Һуғыштың утлы һүрәттәре” һәм “Хәтер шәме” акцияларын ойошторҙо.

Ойоштороусылар һәм ирекмәндәр битараф булмаған ҡала халҡы менән бергә шәмдәрҙән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, бик күп орден һәм миҙалдар, шул иҫәптән Ҡыҙыл Йондоҙ менән бүләкләнгән Ғәзи Заһитовтың портретын эшләне.

Портретты төшөргән рәссам булып Хәрәкәт активисы Лилиә Бүләкова торған.

Сараның абруйлы ҡунаҡтары араһында “Еңеү ирекмәндәре” Бөтә Рәсәй ирекмәндәр ойошмаһының төбәк үҫеше дирекцияһының проекттар етәксеһе Екатерина Абрамчева сығыш яһаны.

Бөтә республика буйлап был төндә дошман менән һуңғы һулышына тиклем көрәшкән, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Үлемһеҙ полкка киткән батыр граждандары һәм яугирҙәре хөрмәтенә меңдәрсә шәмдәре ҡабыҙылды

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған.

 

 

Бер кем дә онотолмаған
Бер кем дә онотолмаған
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: