Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
29 Июнь , 16:15

Даян Мурзинға бюст асылды

"Ҡара генерал" исеме менән билдәле яҡташыбыҙҙан Гитлер үҙе ҡурҡып торған

Даян Мурзинға бюст асылды
Даян Мурзинға бюст асылды

Стәрлетамаҡта Башҡортостанда тыуған Икенсе Бөтә донъя һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышында һәм Европала ҡаршылыҡ хәрәкәттәрендә ҡатнашҡан легендар разведчик Мурзин Даян Баян улына бюст асылды. Тантаналы сара ҡаланың Г.К. Жуков исемендәге скверҙа булды.

Даян Мурзин 1940 йылдарҙа Стәрлетамаҡта урынлашҡан  Рига хәрби-пехота училищеһында уҡый. Уның тураһында күп илдәрҙә кинофильмдар төшөрөлгән, китаптар яҙылған. 1951 йылдан 1953-кә тиклем Даян Мурзин Стәрлетамаҡ прокуратураһында эшләй.

Бюсты асыу идеяһы Д. Мурзин исемендәге “Ҡара генерал” тарихи-патриотик эҙләү йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Артур Резяповтыҡы. Эштең авторы - билдәле Өфө скульпторы Илдус Закиров.

Бюсты асыу тантанаһында Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, ҡала прокуроры вазифаһын башҡарыусы Евгений Горбунов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссары Сергей Сафонов, Даян Мурзиндың ейәнсәре Альбина Мурзина, Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, Хәрби фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Рәмил Рәхимов, проектты ойоштороусылар, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, студенттар һәм уҡыусылар ҡатнашты.

Рөстәм Ғәзизов билдәләүенсә, бюст юҡҡа ғына был көндә асылмаған -29 июнь Партизандар көнө тип билдәләнә. Ә Даян Мурзин легендар разведчик һәм партизан булған.

Даян Мурзиндың ейәнсәре – Альбина Игоревна бюсты ҡуйыуҙы ойошто- роусыларға, башлап йөрөүселәргә рәхмәт белдерҙе.

- Даян Баян улы - үҙ иленең ысын патриоты. Ул ғүмер буйы Ватанға хеҙмәт итергә һәм кешеләргә ярҙам итергә ынтыла. Хәҙер ул ошондай һүҙҙәр әйтер ине: “Беҙҙең эш хаҡ, еңеү беҙҙең ҡулда буласаҡ. Рәсәй мәңгегә!» - тине ул.

 Тантаналы сара аҙағында ҡатнашыусылар бюстҡа сәскәләр һалды.

 Шулай уҡ улар эҙләү отрядының күргәҙмәһен, Бөйөк Ватан һуғышы артефакттарын ҡараны, шулай уҡ  һалдат бутҡаһын һәм ялан сәйен тәмләне.  

Мәғлүмәт һәм фото:

 

Даян Мурзинға бюст асылды
Даян Мурзинға бюст асылды
Даян Мурзинға бюст асылды
Даян Мурзинға бюст асылды
Даян Мурзинға бюст асылды
Даян Мурзинға бюст асылды
Даян Мурзинға бюст асылды
Даян Мурзинға бюст асылды
Даян Мурзинға бюст асылды
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: