Бөтә яңылыҡтар

Һәр кем ҡатнаша ала

Был программа үҙ төбәгендә балалар һәм йәштәр өсөн белем биреү туризмын үҫтергән һәм тормошҡа ашырған һәр кем өсөн файҙалы.

Һәр кем ҡатнаша ала
Һәр кем ҡатнаша ала

“Классная страна” уҡыу программаһы - биш тематик трек буйынса сәйәхәт итеү өсөн белем биреү программаларын проектлау майҙансығы. Ул үҙ төбәгендә балалар һәм йәштәр өсөн белем биреү туризмын үҫтергән һәм тормошҡа ашырған һәр кем өсөн файҙалы.

Быйыл “Классная страна” Бөтә Рәсәй программаһы асыҡ уҡытыуҙан башланды. Маҡсаты - туристик сәйәхәт программалары ярҙамында балалар һәм йәштәр өсөн белем биреү туризмын үҫтереү. “Классная страна” прграммаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған саралар Рәсәй Президенты ҡуйған бурыстарҙы хәл итеүгә һәм милли маҡсаттар күрһәткестәренә, шулай уҡ «Мәғариф» һәм «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекттарының һөҙөмтәләрен алыуға өлгәшеүгә йүнәлтелгән.

 - Былтыр Г.В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисади университеты менән берлектә әҙерләнгән квалификацияны күтәреү программаһы буйынса беҙ мәғариф һәм туриндустрия өлкәһендә бер нисә йөҙ белгес әҙерләнек. Ошоноң арҡаһында Рәсәйҙең 22 төбәгендә балалар һәм йәштәр өсөн уҡыу процесына индерелгән 100-ҙән ашыу сәйәхәт программаһы булдырылды. Быйыл, Президент тарафынан Ғаилә йылы тип иғлан ителгәс, программаға яңы төбәктәрҙе индерергә планлаштырабыҙ, тағы ла күберәк уҡытыусыларҙы, туроператорҙарҙы, бизнес вәкилдәренең  белемен нығытыуға булышлыҡ иткән һәм үҙ иле өсөн илһөйәрлек һәм ғорурлыҡ тойғоһон үҫтергән сәйәхәт программаларын әҙерләргә өйрәтәбеҙ, – тип билдәләне  Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева.

Ул билдәләүенсә, быйыл “Классная страна” программаһы сиктәрендә уҡыу йорттарында  балалы ғаиләләр, шул иҫәптән махсус ихтыяжлы балалар өсөн туристик продукттар ҙа булдырыласаҡ.

Быйыл программала  ике трек планлаштырылған: 2023 йылда ҡатнашыусы төбәктәр һәм 2024 йылда программаға тәүге тапҡыр ҡушылыусылар өсөн. Ҡатнашыусыларҙың ике категорияһын да асыҡ уҡытыу берләштерә, ул 28 июндән башланды һәм 8 июлдә тамамланасаҡ, артабан төбәктәрҙән ғаризалар ҡабул ителә башлаясаҡ. Уҡыуҙа, былтырғы кеүек үк, теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Уның маҡсаты - “Классная страна” программаһы менән таныштырыу, балалар һәм йәштәр мәғариф туризмы һәм сәйәхәт программаларын әҙерләү йәһәтенән төп белем биреү, шулай уҡ һәр төбәк өсөн мәғариф туризмын үҫтереү менән ҡыҙыҡһынған белгестәр исемлеген булдырыу. Уҡыу финалында тест үткәреү планлаштырыла. Тесты уңышлы үтеүселәрҙең барыһы ла Бөтә Рәсәй программаһының төп этабында ҡатнашыу өсөн төбәк проект командаһы составына индереү өсөн тәҡдим аласаҡ.

Курс лекцияларында профессионалдар өсөн мөһим мәсьәләләр яҡтыртыла: балалар һәм йәштәр мәғариф туризмын үҫтереү, йәш быуынды гражданлыҡ-патриотик рухта тәрбиәләү, балаларға һәм йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреү, профпробалар һәм проект-тикшеренеү эшмәкәрлеге, балалар туризмын норматив-хоҡуҡи көйләү, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, уңайлы мөхит булдырыу, сәйәхәт программаларын әҙерләү үҙенсәлектәре, көнүҙәк танытыу ҡоралдары һәм белем биреү-туристик маршруттың һатыу каналдары, шулай уҡ индустриаль партнерҙар менән үҙ-ара эш итеүҙе ойоштороу.

Фото: mgazeta.com

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: