Ғаиләләрендәге тетрәндергес хәл тураһында Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙа.
“Ҡайным Ҡолһарин Фәрит Сәйфулла улы Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылында тыуып үҫкән. Ғүмер буйы колхозда тракторсы булып эшләне. Беҙ танышҡандан бирле атаһы тураһында мәғлүмәт табырға теләүен һөйләй ине. Атаһы Сәфиулла ауырлы ҡатынын, өс балаһын ҡалдырып, фронтҡа китә. Тәүҙә уның хаттары килеп тора. Һуңғыһында фашистарға ҡаршы Украина фронтында йөрөүен хәбәр итә. Һуңынан хаттар килеүҙән туҡтай, ә 1943 йылда Сәфиулла Ҡолһариндың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат килә. Артабанғы эҙләү, яҙмышын асыҡлау бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй. Был исем-шәриф аҫтында хәрби бер ерҙә лә теркәлмәгән булып сыға. Шулай ҙа былтыр, Гөлназ Фәрит ҡыҙы моратына иреште – олатаһын Кулисарин Сафа Сахеевич исеме аҫтында табып алды! Ул Белоруссияның Гомель өлкәһендә ҡан ҡойошло яуҙарҙың береһендә һәләк була. Туғандар ҡәберлегендә ерләнә. Яңылышлыҡты иһә документтарҙы тултырған кешенең хатаһы менән аңлатырға булалыр. Башҡа мәғлүмәт тулыһынса тап килә.
Гөлназдың ағалары олаталарының ҡәберенә барып килде. Шунан ер алып ҡайтты. Шул ерҙе Түбәнге Аллағыуат ауылының зыяратына алып барып һалдыҡ. Ғүмер буйы ағаларын, атайҙарын көткән туғандары араһында хәҙер Сәфиулла Сәхиулла улына гранит һәйкәл ҡуйылды. Был сарала яугирҙең 83 йәшлек ҡыҙы Фәйрүзә лә ҡатнашты. Ул “Атайымды ғүмер буйы көттөм”, тип илап алды.
Мулла Сәфиулла Сәхиулла улының рухына бағышлап аят уҡыны. Тағы бер Еңеү һалдатының рухы тыныслыҡ тапты тип ҡыуандыҡ”, - тип яҙа Зариф Байғусҡаров.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.