9 май - Еңеү көнө
13 Август 2024, 04:30

Яңы Мөслимдә мәҙәни үҙәк төҙөләсәк

Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылында быйыл мәҙәни үҙәк төҙөлә башлай. Эштәр "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы атҡарыла.

Яңы Мөслимдә мәҙәни үҙәк төҙөләсәкЯңы Мөслимдә мәҙәни үҙәк төҙөләсәк
Яңы Мөслимдә мәҙәни үҙәк төҙөләсәк

897 квадрат метр майҙанда 150 урынлыҡ тамаша залы, хореография залы, китапхана, дауалау физкультураһы дәрестәре үткәреү өсөн бина урын алырға тейеш. Бында шулай уҡ аэробика, драма түңәрәктәре асыу планлаштырыла. Йыл аҙағына тиклем төҙөүсе ойошма бинаның нигеҙен һалырға, стеналарын күтәрергә, ҡыйығын ябырға, инженер коммуникацияларын үткәрергә һәм тәҙрә, ишектәрҙе ҡуйырға иҫәп тота. 

Объектты төҙөүгә 126,15 миллион һум аҡса талап ителә. Киләһе, 2025 йылдың йәй аҙаҡтарына Яңы Мөслимдә яңы мәҙәни үҙәк тулыһынса төҙөлөп бөтөргә тейеш. 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Мәҙәниәт" милли проекты (национальный проект "Культура") РФ президенты В. В. Путин ҡарары менән барлыҡҡа килде һәм 2019 йылдан алып тормошҡа ашырыла башланы. 

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас