9 май - Еңеү көнө
16 Август 2024, 16:30

Учалы районы оҫтаһы хуш еҫле сбруй тәҡдим итә

Кәрим Мостафин Өсөнсө «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт аты фестиваленә сбруй эшләүселәр араһында конкурста ҡатнашыу өсөн килгәйне.

Учалы районы оҫтаһы хуш еҫле сбруй тәҡдим итәУчалы районы оҫтаһы хуш еҫле сбруй тәҡдим итә
Учалы районы оҫтаһы хуш еҫле сбруй тәҡдим итә

Оҫтаның кибете барыһын да тәмле төтөн һәм дегет еҫе менән ылыҡтырҙы.

Кәрим Мостафин ҡырҡ йылдан ашыу ат егеү кәрәк-ярағын яһау менән шөғөлләнә. Уның даими һатып алыусылары бар.

– Сбруйҙы ҡулдан эшләйем һәм дегет менән эшкәртәм, шуға күрә улар оҙаҡ хеҙмәт итә, ныҡлығы менән айырыла һәм дым һеңдермәй, – тип сере менән уртаҡлашты оҫта.

Автор фотоһы.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас