Өфөнөң социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеше буйынса “Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды” “Һинең башланғыстар урыны” проекты менән Башҡортостан Башлығының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары конкурсында көсөн һынай һәм уңышҡа өлгәшә. Гранттар тураһында Башҡортостан Башлығы: “Беҙҙә грант ярҙамы системаһы яҡшы эшләй. Һуңғы биш йылда граждандар йәмғиәте институттары 1,5 миллиард һумға тиерлек шундай ярҙам алды. Коммерцияға ҡарамаған тармағыбыҙ Башҡортостан Башлығы Гранттары, Президент гранттары фондтарының конкурстарында әүҙем ҡатнаша”, – тигәйне. Телгә алынған ойошма шундай әүҙемдәр араһына инә лә инде.
Был фондтың атап кителгән проекты Башҡортостанда берҙәм балалар йәмәғәти киңлектәренән торған дөйөм селтәр булдырыуға йүнәлтелгән һәм уларҙы социаль әһәмиәтле, файҙалы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу урындарына әйләндерергә, тигән маҡсатты күҙ уңында тотоп ғәмәлгә ашырылған. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, бындай майҙансыҡтарҙа әүҙем үҫмерҙәр йыйыла, аралаша, белем туплай, төрлө ҡыҙыҡлы, ғилемде арттырыр саралар үткәрә, өлкәндәрҙең тәжрибәһен туплай, үҙҙәренең ниндәйҙер башланғыстарын тормошҡа ашыра. “Һинең башланғыстарың урыны”н фонд Башҡортостан Республикаһында Балалар хоҡуҡтарын яҡлау вәкиле аппараты, республика Башлығы гранттары фонды булышлығында “Ярҙам итеү һәм булдырыу – ябай ғына” проектының дауамы булараҡ тормошҡа ашырған.
Программа үҫмерҙәр клубтарына, уҡыу ойошмаларына, социаль сәйәсәт учреждениеларына йөрөгән, балалар йәмәғәт ойошмаларының эшендә ҡатнашҡан 12–17 йәшлек үҫмерҙәрҙе ылыҡтырыуға йүнәлтелгән. Улар менән эшләү өсөн, проект эшенә балалар һәм үҫмерҙәр ойошмаларында эшләгән тәжрибәле педагогтар йәлеп ителгән.
Ошо матур башланғыстың һөҙөмтәләре бик тә күркәм:
– ҡаланы үҫтереү фонды биләмәһендә үҙәк урын булараҡ файҙаланылған майҙансыҡ асылған;
– балалар һәм үҫмерҙәр киңлектәренең реестры төҙөлгән;
– модуль уҡыуҙар ойошторолған;
– балалар йәмәғәти киңлектәрен булдырыу буйынса конкурс үткәрелгән, унда 18 муниципалитеттан 25 команда ҡатнашып, 15-е еңеү яулай;
– 15 командаға үҙәк майҙансыҡта стажировка үтеүҙәр ойошторолған, унда балалар белем биреү урындарының эше, уларға идара итеү буйынса оҫталыҡ һабаҡтары алған;
– Башҡортостандың ҡала-райондарында үҫмерҙәр йәштәштәре өсөн 15 майҙансыҡ булдырған;
– проект командалары 30 башланғысты тормошҡа ашырған;
– балалар белем майҙансыҡтары селтәренең картаһы төҙөлгән, “Һинең башланғыстар урыны” тигән китап сығарылған – унда ошондай урындар булдырыуҙың алымдары ентекләп өйрәтелгән;
– күләмле эштең ҙур һөҙөмтәһе булараҡ Балалар йәмәғәти киңлектәренең фестивале ойошторолған.
Бер проект тамам, алда икенсе, тағы ла ҡыҙығыраҡтары көтә. Алдағы сараларҙа ҡатнашҡан үҫмерҙәр менән уларҙың остаздары ла команда эшендә ҡатнашырға әҙер, һәм был эштәр туҡтап ҡалмай, дауам итә.
Дарина ПАНЧИХИНА, проект етәксеһе:
– Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн йәмәғәт киңлектәре булдырыу эше менән беҙ алдараҡ та шөғөлләнгәйнек, ә был йүнәлештең үҫмерҙәр араһында билдәле булып китеүен, ундай урындарҙың уңышлы эшләгәнен күргәс, дауам итергә булдыҡ. Был ғәмәлдәр республикала ирекмәнлекте үҫтереүҙең бер төрө лә булып тора.
Башҡортостан Башлығы Гранттары фондынан алынған күләмле ярҙамдың иң ҙур өлөшөн, әлбиттә, күберәк майҙансыҡтар булдырыуға йүнәлттек – проектты тормошҡа ашырғанда бындай урындар тағы ла 15-кә артты, улар республиканың төрлө урындарында. Финанс ярҙамы фондтың эшмәкәрлеген алып барыуға, саралар үткәреүгә, майҙансыҡтарҙы йыһазландырыуға ғәйәт ныҡ булышлыҡ итте.
Башҡортостан Башлығына, Гранттары фондына йәштәрҙең ыңғай уй-ниәттәрен, башланғыстарын хуплап торған өсөн ҙур рәхмәт! Бындай ярҙам беҙгә дәрт өҫтәй, яңы эштәргә әйҙәй. Әйткәндәй, 2024 йылға ла грант ярҙамы алдыҡ! Артабан да гранттар конкурсында ҡатнашырға, ҡыҙыҡлы проекттар башҡарырға ниәт ҙур.
Һүрәттәрҙә: заманса, әүҙем ҡарашлы йәштәр бергәләп ҙур эштәр башҡарырға әҙер; Дарина Панчихина. Фотолар – Фондтан һәм Даринаның шәхси архивынан.