9 май - Еңеү көнө
6 Сентябрь 2024, 07:20

Бер һайлауҙы ла ҡалдырмаған

97 йәшлек Өммиә Карам ҡыҙы Минуллина быйыл да иң әүҙем һәм яуаплы һайлаусыларҙың береһе.

Бер һайлауҙы ла ҡалдырмағанБер һайлауҙы ла ҡалдырмаған
Бер һайлауҙы ла ҡалдырмаған

Абдулкәрим ауылында йәшәгән 97 йәшлек Өммиә Карам ҡыҙы Минуллина быйыл да иң әүҙем һәм яуаплы һайлаусы булып ҡала. Ул республикала үткән бер һайлауҙы ла ҡалдырмаған.

 Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостан Башлығын һайлау өсөн үҙе һайлау участкаһына килгән. Гражданлыҡ бурысы уның өсөн мөһим, “тыуған төбәгемдең киләсәге өсөн бөгөн тауыш бирҙем”, ти ул.

 Йәрмәкәй район һайлау комиссияһы ағзалары Өммиә Карам ҡыҙын Ватанға тоғролоҡтоң һәм әүҙем тормош позицияның өлгөһө, тип иҫәпләй.  Хеҙмәт ветеранының һайлауҙа ҡатнашыуы йәш һайлаусыларҙы ла дәртләндерер, уның өлгөһөнә эйәрергә мәжбүр итер.

 Фото: https://vk.com/club168763555

#выбираемГлаву
#Башкортостан

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас