9 май - Еңеү көнө
6 Сентябрь 2024, 09:40

“ГеоСаҡырыу” – Ғафури районында

“ГеоСаҡырыу” II халыҡ-ара геология чемпионаты Өфө районынан Ғафуриға күсте. Унда йәштәрҙе Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Красноусол” шифаханаһының генераль директоры Рәмил Бәҙретдинов, Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов ҡаршы алды.

“ГеоСаҡырыу” – Ғафури районында“ГеоСаҡырыу” – Ғафури районында
“ГеоСаҡырыу” – Ғафури районында

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Геология институты директоры һәм “ГеоСаҡырыу”ҙың баш судьяһы Сергей Ковалёв төп шарттар менән таныштырҙы, артабан командалар төрлө йүнәлештәр буйынса майҙансыҡтарға бүленде.

Чемпионат Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ер аҫты байлығын ҡулланыу буйынса федераль агентлыҡ (Роснедра) етәкселеге башланғысы менән үткәрелә. Чемпионатта Рәсәйҙең 15 төбәгенән, шулай уҡ Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаһы, Мозамбик, Зимбабве, Эфиопия, Гвинея, Грузия, Гана, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан илдәренән студенттар ҡатнаша. Бөтәһе 250-гә яҡын ҡатнашыусы теркәлгән. Чемпионат барышында улар 11 төп этапта көс һынаша. Йәш геологтарҙың белемен илдең абруйлы ғалимдары һәм ҡаҙылма байлыҡтар өлкәһендә эшләгән белгестәр баһалай.

Йәш геологтар Башҡортостандың бай тәбиғәтенә һоҡланыуҙарын йәшермәй.

– Геолог булырға ҡарар иттем, был фән яңы асыштар таба, эҙләнә. Шул уҡ ваҡытта геология буйынса үҙемдең белемемде киңәйтергә теләйем, шуға был чемпионатҡа килдем. Һеҙҙә ныҡ оҡшай, – ти Ҡытай студенты Ху Шин.

Фото: pravitelstvorb.ru сайтынан.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас