Бөгөн киске 19 сәғәттә Өфөләге “Планета” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә үткәреләсәк шоуҙа ҡатнашыусыларҙы үлсәү сараһы була. Турнир үҙе иртәгә, 17 октябрҙә, “Өфө-Арена”ла ойошторола – ярыштар 17 сәғәттә башлана.
Рәсәй спортсыһы – WBA билбауының ваҡытлыса хужаһы Альберт Батырғазиев (11-0, КО 8) 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Филиппиндан Альберт Пагараға (35-1, КО 24) ҡаршы алышта IBA титулын яҡлаясаҡ.
2020 йылда үткәрелгән Олимпия уйындарының финал ярыштарында ҡатнашыусы, ике тапҡыр донъя чемпионы, быйыл Европа чемпионы исемен яулаған Мөслим Гаджимагомедов (4-0, КО 3) бриджервейтта 12 раундлы ярыштарҙа немец Леон Харт (22-5-1, КО 13) менән WBA билбауын беренсе тапҡыр яҡлап ҡараясаҡ.
Өфөлә тағы WBA Asia ярыштарының ике билбауына алыштар үткәрелә. IBA версияһы буйынса Европа чемпионы билбауы хужаһы, Өфө егете Артур Собханғолов икенсе яртылаш еңел ауырлыҡта титул өсөн Ҡытайҙан Лиу Венсонг менән осраша. 2015 йылда донъя чемпионатының финал ярыштарында үҙ көсөн һынап ҡараған, ике тапҡыр Европа чемпионы тип танылған, биш тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен яулаған Василий Егоров еңел ауырлыҡ үлсәмендә Африканан – Намибиянан – WBO версияһы буйынса чемпионы Джозеф Иммануель менән осраша.
Башҡортостандан боксерҙар Азалия Әминева менән Данис Ғабдрафиҡовтың алышы көтөлә.
Сығанаҡ, фото: БР Спорт министрлығы.