“Рәсәй – спорт иле” форумының беренсе көнөндә “Физкультура һәм спорт өлкәһендә дәүләт һәм социаль заказ: һөҙөмтәләр һәм перспективалар” тигән темаған “түңәрәк өҫтәл” һөйләшеүе булды. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренең спорт ведомстволары, физкультура һәм спорт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. 2021 – 2024 йылдарҙа физкультура һәм спорт өлкәһендә дәүләт (муниципаль) социаль заказды тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе, төбәктәрҙәге тәжрибә һәм башҡалар тураһында һүҙ барҙы.
Белеүебеҙсә, Башҡортостан 2021 йылда физкультура һәм спорт өлкәһендә дәүләт (муниципаль) социаль заказды тормошҡа ашырыу буйынса пилот төбәктәрҙең береһе булды. “Түңәрәк өҫтәл”дә һөйләшеүселәр, нигеҙҙә, ошо хаҡта фекер алышты. Уларҙың әйтеүенсә, Башҡортостан был йәһәттән миҫал булып тора. Быға түбәндәге ваҡиға дәлил булды: Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов Рәсәйҙең Финанс министрлығының наградаһы менән бүләкләнде. Награданы Рәсәй Финанс министрлығының Бюджет методологияһы департаменты директоры урынбаҫары Вероника Сергеева тапшырҙы.
Рәсәй Спорт министрлығының Физик культура һәм спорт департаменты директоры Максим Уразов республикабыҙҙы физкультура һәм спорт өлкәһендә социаль заказды тормошҡа ашырыу буйынса иң яҡшыһы тип таныны. Өҫтәүенә, ул башҡа министрлыҡтарға Башҡортостандан өйрәнергә кәрәклеге тураһында әйтте.
Башҡортостанда дәүләт заказы буйынса төрлө спорт төрҙәре буйынса хеҙмәттәр күрһәтелә. Социаль заказ тормошҡа ашырылған беренсе йылда спорт менән шөғөлләнеүселәр һаны 15,4 процентҡа артҡан. Былтыр был һан – 13,5, быйыл 17,7 процент тәшкил иткән.
Башҡортостандың спорт министры урынбаҫары Сергей Алопин хеҙмәт һанын ғына түгел, сифатын да арттырыу тураһында әйтте. Ул шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ныҡлап иғтибар итмәүе, артабан иһә программала ҡатнашыусылар һанының артыуы тураһында һөйләне. Ул 60 йәштән өлкәнерәктәрҙе физкультура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеүҙең дәүләт социаль заказының төп йүнәлештәренең береһе икәнлеге тураһында хәбәр итте. Бының өсөн ГТО нормативтарын үтәгән өсөн 10 мең һум күләмендәге сертификаттар бирелә. Һөҙөмтәлә спорт секцияларына йөрөү мөмкинлеге була.
Сарала шулай уҡ республиканың финанс министры Азамат Абдюков һәм башҡалар сығыш яһаны. Модератор Рәсәйҙең Спорт министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы ағзаһы, Милли тикшереүҙәр университетының Физкультура һәм спорт технологиялары аналитик үҙәге директоры Роман Ольховский булды.
Автор фотолары.