9 май - Еңеү көнө
17 Октября 2024, 02:00

Төрлө һауа торошонда ла һалҡын һыу менән ҡойона

Скандинавса атлау буйынса районда еңеүсе ул Фәзир ағай

Төрлө һауа торошонда ла һалҡын һыу менән ҡойонаТөрлө һауа торошонда ла һалҡын һыу менән ҡойона
Төрлө һауа торошонда ла һалҡын һыу менән ҡойона

Ата-бабаларҙың тыуған ерендә нигеҙләнеп ғүмер буйы йәнтөйәгенә файҙа килтереп йәшәгәндәр һәр ваҡыт һаҡланыу уята. Ауылдары күркәмләнһен, ауылдаштары яҡшы йәшәһен өсөн тырыша улар.

Саҡмағош районының Яңы Балтас ауылы стростаһы  Фәзир Арыҫланов өсөн дә йәнтөйәге ҡәҙерле, яҡын.

–Ата-әсәйем, олатайҙарым ошо ауылдыҡы. Шуға ла тыуған ер ҡәҙерле. Хаҡлы ялда булыуыма ҡарамаҫтан, ауыл тормошо менән янып йәшәйем, сөнки ауылыма файҙа килтереүе оҡшай. Халыҡ менән бергәләп өмәләр уҙғарабыҙ, зыяраттарҙы йыйыштырабыҙ. Әйтеү генә лә етә, ауылдаштар был йәһәттән бик әүҙем, – тип һөйләп алып китте әңгәмәсем.

 Ауылдың йәшәүҙең һүнмәйәсәгенә лә уның ышанысы ҙур.

–Ауылыбыҙ йәшәйәсәк. Сөнки бик матур үҙгәрештәр күҙәтелә. Халыҡтың иманға, сәләмәт тормош алып барыуға ынтылышы ла һөйөндөрә. Мәсетебеҙ эшләп тора, байтаҡ  ир-ат йома намаҙҙарына йөрөй. Кисен клубта оло йәштәгеләр өсөн гимнастика буйынса  күнекмәләр ойошторолған. Унда ла 20-ләп кеше даими йөрөй, – ти ул.

Оло йәштә булһа ла тормошҡа, донъяға һөйөү бар булмышында сағыла. Әле лә төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Скандинавса атлау буйынса районда беренсе урын алған. Шахмат, шашкала һынатмай.  Яңыраҡ Стәрлетамаҡта шахмат буйынса республика беренселегендә ҡатнашҡан.

Тормош иптәше менән улар 45 йыл бергә ғүмер итә. Уйҙары, ҡыҙыҡһыныуҙары ла бер уларҙың. Икәүләшеп скандинавса атлауҙы үҙ иткәндәр. Йома етһә, мәсеткә лә бергә баралар. Татыу, матур ғаиләлә ике ул үҫкән. Хәҙер инде үҙҙәре ғаилә ҡорған, Өфөлә төпләнгән балаларына ла бик рәхмәтле атай менән әсәй.

–  Әсәйем менән атайым олоғайғас,ҡартайған көндәрендә  уларҙы ҡараныҡ. Балаларыбыҙ быны күрҙе, өлгө алып үҫте. Хәҙер үҙҙәре лә беҙгә изгелек күрһәтә, – ти Фәзир ағай.

  Автор фотоһы.

   

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас