Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
17 Октябрь , 23:50

В.Путин Рима Баталова исемендәге республика Спорт әҙерлеге үҙәгендә булды

Бында махсус хәрби операция ветерандары өсөн “Беҙҙең заман геройҙары” ярыштары үтә.

В.Путин Рима Баталова исемендәге республика Спорт әҙерлеге үҙәгендә булды
В.Путин Рима Баталова исемендәге республика Спорт әҙерлеге үҙәгендә булды

 17 октябрҙә Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путин Рима Баталова исемендәге республика Спорт әҙерлеге үҙәгендә булды. Бында махсус хәрби операция ветерандары өсөн “Беҙҙең заман геройҙары” ярыштары үтә. Дәүләт Башлығы менән бергә сарала ҡатнашыусылар менән Президент ярҙамсыһы Алексей Дюмин, илдең спорт министры Михаил Дегтярев, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров осрашты. Турнирҙа ҡатнашыусылар Рәсәй Президентына ярҙам һәм ветерандарға иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе-

- Ғүмер буйы иҫләйәсәкмен! Бөтә Рәсәй һәр ваҡыт хәтерендә тотасаҡ! Һеҙҙең кеүек ихтыярлы,  яуған пулялар аҫтында йөрөргә ҡурҡмаған кешеләр өсөн бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар булыуы мөмкин түгел, тип ышанам, -  тине Владимир Путин.

Турнир халыҡ-ара XII “Рәсәй – спорт державаһы” спорт форумы сиктәрендә үтә. Ярыштарҙа илдең һигеҙ төбәгенән – Башҡортостандан, Удмуртиянан, Татарстандан, Пермь крайынан, шулай уҡ Свердловск, Силәбе, Һамар һәм Ырымбур өлкәләренән 60-тан ашыу инвалид ветеран ҡатнаша. Программаға өҫтәл теннисы, волейбол, армрестлинг, уҡтан атыу, пуля менән атыу һәм пауэрлифтинг буйынса ярыштар инә .

2019 йылда төҙөлгән Спорт әҙерлеге үҙәге – Рәсәйҙең алдынғы паралимпия объекттарының береһе. Уның майҙаны 37 мең квадрат метрҙан ашыу. Комплекста универсаль спорт залдары, бассейндар һәм еңел атлетика юлдары бар. Үҙәк 3 900-ҙән ашыу спортсыны һәм тамашасыны ҡабул итергә мөмкинлек бирә.

 Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн яраҡлаштырылған бөтәһе 5 400-ҙән ашыу спорт объекты эшләй. Төбәктә 42 мең кеше адаптив спорт менән шөғөлләнә. Республика МХО ветерандарына әүҙем ярҙам күрһәтә, уларҙы адаптив физик культура һәм спорт программаларына йәлеп итә. Атап әйткәндә, Башҡортостанда тормошҡа ашырылған “Батырлыҡ” проекты ветерандарға спорт аша һаулығын тергеҙергә һәм физик әүҙемлекте арттырырға ярҙам итә. Проектта ҡатнашыусылар өсөн һаулыҡ торошон һәм мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, индивидуаль күнекмәләр программаһы әҙерләнә.

Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Президенттың республикаға һәм уның халҡына ҙур ихтирам менән ҡарауын билдәләне.

- Мин Президентҡа егеттәребеҙҙең нисек һуғышыуы, уларҙың уй-фекерҙәре хаҡында һөйләнем. Улар менән һуңғы тапҡыр осрашҡанда, ныҡ арыған булһалар ҙа, ауыҙҙарында бер һүҙ -  Еңеү -  ине, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Фото һәм мәғлүмәт: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/184362.html

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: