Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
17 Октябрь , 21:45

Владимир Путин Фехтование үҙәгендә булды

Ул үҙәк майҙансыҡтарын ҡараны һәм спортсылар менән аралашты. Рәсәй Президенты, уларҙан комплекс оҡшаймы, тип ҡыҙыҡһынды һәм улар менән иҫтәлеккә фотоға төштө.  

Владимир Путин Фехтование үҙәгендә булды
Владимир Путин Фехтование үҙәгендә булды

Бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһында Владимир Путин фехтование буйынса республика спорт әҙерлеге үҙәгендә булды.

Дәүләт башлығын Президент ярҙамсыһы Алексей Дюмин, Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярёв, ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оҙатып йөрөнө.

Өфөнөң Фехтование буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе директоры Лира Грушина аңлатыуынса, яңы Фехтование үҙәге – төрлө кимәлдәге ярыштар уҙғарыу һәм күнекмәләр өсөн техник мөмкинлектәре булған заманса спорт комплексы. Объект 2024 йылдың 1 октябрендә файҙаланыуға тапшырылған. Уның дөйөм майҙаны 6,2 мең квадрат метрҙан ашыу, бер юлы 250 кеше ҡабул итә ала.

Үҙәк үҙ эсенә бер нисә залды ала – дөйөм алғанда 28 фехтование юлына иҫәпләнгән универсаль, махсуслаштырылған һәм күнекмәләр залы. Бинала шулай уҡ тренажер залы, ял итеү бүлмәһе, бассейн, ашхана, экипировка һәм ҡорал ремонтлау буйынса оҫтахана, конференциялар залы бар. Үҙәкте йыһазландырыу өсөн Рәсәй Фехтование федерацияһы 90 миллион һумға илебеҙҙә етештерелгән махсус ҡорамалдар һатып алған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылдың авгусында Токиолағы йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар – рапирасылар Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашыу йомғаҡтары буйынса Фехтование үҙәген төҙөргә ҡарар итте. Ә бөгөн Фехтование үҙәге үҙ ишектәрен асты һәм “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы сиктәрендә фехтование буйынса “Салауат ҡылысы” беренсе ярыштарын ҡабул итте. Унда Рәсәй, Үзбәкстан һәм Беларусь спортсылары ҡатнаша.

Владимир Путин Фехтование үҙәгенең майҙансыҡтарын ҡараны һәм спортсылар менән аралашты. Рәсәй Президенты, спортсыларҙан комплекс оҡшаймы, тип ҡыҙыҡһынды һәм улар менән иҫтәлеккә фотоға төштө.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: