9 май - Еңеү көнө
18 Октябрь 2024, 18:15

Бөгөн Өфөлә ишеү слаломы комплексы асылды

Был ваҡиға Башҡортостан өсөн генә түгел, тотош Рәсәй өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

Бөгөн Өфөлә ишеү слаломы комплексы асылдыБөгөн Өфөлә ишеү слаломы комплексы асылды
Бөгөн Өфөлә ишеү слаломы комплексы асылды

Ишеү слаломы комплексының беренсе сираты асылды. Спорт объекты "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проекты буйынса төҙөлдө.

Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны һәм киләсәктә бында балаларҙың күпләп шөғөлләнәсәгенә ышаныс белдерҙе, шулай уҡ дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Рәсәйҙең Ишеү слаломы федерацияһы президенты Сергей Папуш Башҡортостан етәкселегенә спортҡа иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Яңы комплекста 250 метр оҙонлоҡтағы канал ҡышын да туңмай, был үҙенсәлек спортсыларға йыл әйләнәһенә шөғөлләнеү мөмкинлеген бирә. Ә махсус гидротехник ҡоролмалар ярҙамында тау йылғаларыныҡы кеүек көслө ағым булдырылған. Комплекстың бөтә ҡорамалы заманса, ошондай объект Рәсәйҙә икәү генә, ә донъяла – 23.

Өфөләге ишеү слаломы комплексы халыҡ-ара талаптарға яуап бирә һәм ҙур ярыштарға әҙерләнеү өсөн уңайлы майҙансыҡ булып тора.

Әле бында "Ҡурай крайы" ярыштары бара, төрлө илдән слалом оҫталары сығыш яһай. Бәйге "Рәсәй – спорт державаһы" халыҡ-ара форумына ярашлы уҙғарыла.

Фото: "Республика Башкортостан" гәзите, Булат Ғәйнетдинов.

Бөгөн Өфөлә ишеү слаломы комплексы асылды
Бөгөн Өфөлә ишеү слаломы комплексы асылды
Бөгөн Өфөлә ишеү слаломы комплексы асылды
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас