Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет башланыр алдынан “Рәсәй – спорт державаһы” форумының әһәмиәте хаҡында һөйләне.
Төп моменттар:
Бындай саралар төрлө йәштәге кешеләрҙе спорт менән шөғөлләнергә рухландыра. Был төбәктә тәжрибә уртаҡлашыу һәм физик культураны үҫтереү өсөн бик яҡшы мөмкинлек, тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы Көрәш һарайына күнекмәләр башларға әҙер меңдән ашыу баланың ғариза биреүе хаҡында һөйләне. Был спорт барыһына ла асыҡ булыуын күрһәтә, һәм балалар йорттары янында ғына шөғөлләнә ала.
Тулыраҡ – видеояҙмала.