“Башҡортостан” гәзитенең социаль өлкә бүлеге мөдире Айһылыу Низамова республика спорт премияһының “Спорт еңеүҙәре йылъяҙмаһы”: иң яҡшы журналист” номинацияһында еңеү яуланы. Бүләкләү тантанаһы Өфөләге Көрәш һарайында Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында үтте. Коллегабыҙға еңеүсе дипломын Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тапшырҙы.
Айһылыу Низамова – “Башҡортостан” гәзитендә сирек быуаттан эшләгән тәжрибәле журналист. Социаль өлкәгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр менән бер рәттән ул спорт өлкәһен яҡтыртыу йәһәтенән дә даими эшләй, баҫманың йома һанындағы “Спорт” рубрикаһын алып бара. Республикала үткән барлыҡ ҙур спорт сараларын яҡтыртыу, төбәгебеҙҙең алдынғы спортсылары менән яҡындан таныштырыу бурысын лайыҡлы атҡара. Айһылыу Әхмәт ҡыҙына үҙ эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарау, егәрлелек кеүек матур сифаттар хас.
Коллегабыҙҙы еңеүе менән ҡотлап, артабан да уңыштар, яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!