Мәскәү авиация институтында студенттарҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙың яҙмышын асыҡлау буйынса документаль эҙләү эштәре дауам итә. Яугирҙәребеҙ хәрби мемориалдарҙа, ҡәберлектәрҙә билдәһеҙ һалдат булараҡ ерләнгән йәки хәрби хәрәкәттәр барышында хәбәрһеҙ юғалған.
1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында алышҡан һәм хәрби хәрәкәттәр барышында фашист әсирлегенә эләккән Ҡыҙыл Армия һалдаттары һәм офицерҙары яҙмышын өйрәнеү барышында проектта ҡатнашыусылар “Хәтер” (“Память”) тикшеренеү үҙәге менән берлектә Австрияның Маутхаузен концлагерының 20-се үлем блогында тотолған совет хәрби әсирҙәренең яҙмышын асыҡлау буйынса ҙур тикшеренеү эштәре үткәргән.
Эҙләү эштәре барышында гвардия лейтенанты Сәйфи Шәйхи улы Кәримовтың (Саифи Шойхеевич Каримов), 6-сы гвардия мотоуҡсылар бригадаһының строевой часы буйынса 3-сө батальон командиры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһында тыуып үҫкән 94-се бомбардировка авиацияһы полкы осоусыһы, лейтенант Әнүәр Фәйсулла улы Усмановтың (Анвар Файсулович Усманов) исемдәре асыҡланды.
Гвардия лейтенанты Сәйфи Шәйхи улы Кәримов 1910 йылда тыуған һәм Өфө ҡалаһында Глухая урамы, 3-сө йорт (документында шулай) адресы буйынса йәшәгән. 1943 йылдың 5 сентябрендә хәбәрһеҙ юғалған.
Гвардия лейтенантының немец әсирлегенән ҡасып китеүе асыҡлана, әммә ул тотола һәм гестапоға тапшырыла. Һуңынан уны Австриялағы Маутхаузен концлагерының 20-се блогына күсерәләр, унда башлыса башҡа концлагерҙарҙан ҡасҡан совет офицерҙары тотола. 1944 йылдың 7 июлендә С.Ш. Кәримов концлагерҙа һәләк була.
Лейтенант Әнүәр Фәйсулла улы Усманов, 1923 йылда тыуған, Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән. 1943 йылдың 21 сентябрендә немец әсирлегенә эләгә. А.Ф. Усмановтың немец әсирлегенән ҡасып китеүе билдәле, ләкин ул тотола һәм гестапоға тапшырыла. Һуңынан уны ла Маутхаузен концлагерының 20-се блогына күсерәләр. 1945 йылдың февраль башында Маутхаузен концлагерындағы ихтилалда ҡатнаша һәм һәләк була.
20 “К” блогында буйынса хәрбиҙәр 1945 йылдың 2 февралендә ихтилал ойоштора. Уның һөҙөмтәһендә 500-ҙән туғыҙ хәрби әсир генә Советтар Союзы биләмәһенә барып етә һәм Австрияның Маутхаузен концлагерындағы 20-се үлем блогында нимә булғанын һөйләй.
– Мәскәү авиация институтының эҙләү проектында ҡатнашыусылар ҙур эш башҡара һәм уникаль мәғлүмәт таба, бөгөн ул интернет киңлегендә бик аҙ. Был мәғлүмәт геройҙарҙың туғандары, уларҙың яҡташтары һәм Башҡортостан Республикаһы халҡы өсөн бик ҡиммәтле. Тарих Ҡыҙыл Армия офицерҙарының фашист әсирлегенә эләгеп тә хәрби антын боҙмауы һәм Ватанға хыянат итмәүе тураһында һөйләй.
Был мәғлүмәтте киң мәғлүмәт саралары һәм телевидение аша һәләк булған геройҙарҙың туғандарына һәм Башҡортостан Республикаһының йәш быуынына еткерергә кәрәк. Беҙ Башҡортостан халҡына ошо батырлыҡ тураһында (офлайн йәки онлайн) һөйләргә әҙербеҙ. Мәғлүмәт шулай уҡ Австрияның “Хәтер” тикшеренеү үҙәге сайтында урынлаштырылған, – тип белдерҙе запастағы полковник, Мәскәү авиация институтының эҙләү проекты етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты А. Б. Грибовский.
Әлеге ваҡытта Мәскәү авиация институты эҙәрмәндәре Сәйфи Шәйхи улы Кәримовтың һәм Әнүәр Фәйсулла улы Усмановтың туғандарын эҙләй. Улар тураһында мәғлүмәттәрҙе ошо телефон - 8-905-506-16-68 йәки Obelisk.soldatskiy@bk.ru электрон адресы аша хәбәр итергә мөмкин.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.