9 май - Еңеү көнө
22 Октябрь 2024, 06:15

Балыҡ тотҡан туҡ булыр

Һуңғы йылдарҙа ауыл туризмы популярлаша бара һәм дәүләт был йүнәлеште әүҙем хуплай

Балыҡ тотҡан туҡ булырБалыҡ тотҡан туҡ булыр
Балыҡ тотҡан туҡ булыр

«Агротуризм» гранты ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙең ауыл туризмын үҫтереүгә, өҫтәмә килем алыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуға һәм продукция күләмен арттырыуға йүнәлтелгән. Борай ауылы ҡыҙы Русалина Шакирова ла был йәһәттән үҙен һынап ҡараны. Ата-әсәһе һәм ҡустыһы Алмаз ярҙамында Русалина презентациялар, видеояҙмалар, бизнес-план һәм проект төҙөй. Элегерәк, йәш фермер булараҡ, балыҡсылыҡ тармағын үҫтереү буйынса «Агро-стартап» программаһы грантын яулаған була. Биш йыл буйына Ваныш ауыл биләмәһе территорияһында урынлашҡан быуала балыҡ үрсетә, район үҙәге халҡын ғына түгел, ә тирә-яҡтағы ҡала һәм райондарҙа йәшәүселәрҙе тере һәм туңдырылған балыҡ менән тәьмин итә ине. Балыҡ үрсетеү менән Русалена 2020 йылда шөғөлләнә башлай. Ул ваҡытта 2, 2 миллион һум һумлыҡ ярҙам ала. 12 гектарлыҡ быуаға 4 тонна төрлө балыҡ селбәрәһе ебәрелә.

Грант иҫәбенә финансланған балыҡтарҙы хәҙер мул итеп үрсетәләр. Был эште яйға һалғас, Русалена балыҡсылыҡ фермаһы эргәһендә «Клевое-Место» агротуризм комплексы төҙөргә ниәтләй һәм  белдерә лә инде, үҙ проектын яҡлай. Аҡса киләһе йылдың башында күсергә тейеш.

Русалинаның ата-әсәһе уның ҙур таянысы булып тора. Балыҡ быуаһы янында ике йорт һалалар, беседкалар төҙөйҙәр һәм туристарға ял итеү урыны ойошторалар. Шулай уҡ килеүселәр кәмә, мотоцикл һәм квадрациклдарҙы ҡуртымға алып йөрөү мөмкинлегенә эйә. Матур тәбиғәткә һоҡланып, балыҡ тотоп, рәхәтләнеп мунса төшөргә була.

Хәҙер агротуризм грантын яулаған фермер туристар өсөн күберәк йорттар төҙөү һәм күберәк кешене йәлеп итеү өҫтөндә эшләргә йыйына.

«Агротуризм» фермерҙарға үҙ бизнесын киңәйтергә һәм үҙ продукцияһын һатыу өсөн альтернатив канал аша өҫтәмә килем алырға ярҙам итә. Дәүләт ярҙамының был төрө һөҙөмтәһендә республикала яңы туристик объекттар барлыҡҡа киләсәк. Был ауыл биләмәләренең йәлеп итеүсәнлеген һәм уларҙың тотороҡло үҫешен арттырырға булышлыҡ итәсәк.

Русалина бала саҡтан тырыш ҡыҙ булып үҫә, маҡсаттарына гел ирешә. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө нефть университетына уҡырға инә. Өсөнсө курсты тамамлағандан һуң үҙ хужалығын аса. Биш йыл дауамында фермер булараҡ үҙен һынап ҡараған ҡыҙ балыҡ үҫтереп кенә ҡалмай, агритуризм программаһында ла ҡатнашып грант алды.

Әлбиттә, был бер кеше генә атҡара торған эш түгел. Шакировтар ғаиләһе ауыл туризмын үҫтереүгә бөтә ғаиләһе менән бергә тотонған.

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү" милли проекты (нацпроект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырыла.

 

Гөлнәз Хужина,

Борай районы.

Фотолар Русалена Шакированың шәхси архивынан алынды.

Балыҡ тотҡан туҡ булыр
Балыҡ тотҡан туҡ булыр
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас