Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
22 Октябрь 2024, 09:30

“Дөйәғоштар – бик аҡыллы ҡоштар”, ти Фаршатовтар

Бөгөн уларҙың шәхси хужалығында дөйәғоштарҙан тыш, тауистар, фазандар, ҡытай тауыҡтары, ҡыр өйрәктәре, хатта тейендәр йәшәй. 

“Дөйәғоштар – бик аҡыллы ҡоштар”, ти Фаршатовтар
“Дөйәғоштар – бик аҡыллы ҡоштар”, ти Фаршатовтар

Республикабыҙ төбәктәренә командировкаға сыҡҡанда төрлө һоҡланғыс ғаиләләр, эшһөйәр кешеләр менән танышырға, аралашырға тура килә. Илеш районының Рсай ауылында йәшәгән Миләүшә һәм Айҙар Фаршатовтарҙың донъяһы, хужаларҙың үҙенсәлекле мауығыуҙары менән танышып, уларҙың уңғанлығына һоҡландыҡ. Бөгөн Фаршатовтарҙың шәхси хужалығында дөйәғоштарҙан тыш, тауистар, фазандар, ҡытай тауыҡтары, ҡыр өйрәктәре, хатта тейендәр йәшәй. Бынан тыш, тырыш ғаилә йәй дауамында бихисап ҡош-ҡорт – бройлер тауыҡтары, өйрәк һәм күркәләр үҫтереп ала. Шәхси хужалыҡтан алынған табыш ҙур ғаиләгә бик тә ярап ҡала.

Фаршатовтар ике ҡыҙға, бер улға матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына оҙатҡан. Бөгөн балаларының өсөһө лә Өфөлә төпләнеп, матур итеп донъя көтә, күңелдәренә ятҡан һөнәр буйынса эшләп йөрөй. Бәхетле өләсәй менән олатайҙың тормошона йәм һәм мәғәнә өҫтәп, туғыҙ ейән-ейәнсәр үҫеп килә.

– Был шөғөлдәргә тотоноуыбыҙҙың төп сәбәбе лә шул ейәндәр инде. Йәйге ялды тулыһынса тиерлек беҙҙең янда үткәрәләр. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә ҡыҙыҡ булһын, хужалыҡ эштәрендә булышып, донъяны танып-белеп үҫһен тип, ошо ҡоштарҙы үрсетә башланыҡ. Балаларға бик оҡшай, беҙҙең менән бергә тәрбиәләшәләр, кинәнеп күҙәтәләр. Иң ҙур ейәнсәребеҙ Камила йорт шарттарында төрлө ҡош-ҡорт үрсетеүгә бағышланған тикшереү эше башҡарып, конкурста ҡатнашты, – ти Фаршатовтар.

37 йыл биология фәненән белем биргән уҡытыусы Миләүшә Мөхәмәдийәр ҡыҙы ихатаһындағы йән эйәләре тураһында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләй.

– 2017 йылда Ғафури районынан биш дөйәғош себеше һатып алдыҡ. Уларҙы үҫтереп, артабан инкубаторҙа үҙебеҙ себеш сығара башланыҡ. Дөйәғоштар – бик аҡыллы ҡоштар, үҙ-ара мөнәсәбәттәре бик үҙенсәлекле. Мәҫәлән, иң тәүге партиялағы дүрт инә ҡош ата дөйәғошто ҡабул итмәне лә ҡуйҙы. Шул бахырҡай ятып үлде, бик йәл булды инде. Артабан үҙебеҙ сығарған себештәр араһынан ата ҡош алып ҡалдыҡ. Хәҙерге дөйәғоштарыбыҙҙың “ғаиләһе” бик дуҫ һәм татыу. Артабан инде улар янына тауистар, фазандар өҫтәлде. Улар ҙа хәҙер йомортҡа һала, себеш сығара. Йәшел һәм шоколад төҫөндә йомортҡа һалған тауыҡтарыбыҙ ҙа бар. Быйыл Себерҙән ике тейен алдырҙыҡ, бик тиҙ өйрәнделәр, хәҙер инде беҙҙе танып, ҡулға киләләр, – ти хужабикә.

Фаршатовтар һәр ҡоштоң үҙенсәлектәрен өйрәнеп, туҡланыуға, дөрөҫ тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирә. Страустар йәй дауамында йәшел үлән менән туҡлана, баҡса һәм ихата ҙур булғас, был йәһәттән проблема юҡ, ти хужалар. Шулай уҡ аҙбарҙағы барлыҡ йән эйәләренә тип мул итеп ҡатнаш аҙыҡ хәстәрләп ҡуялар. Ҡоштарҙың күбеһе айырыуса көнбағыш, кукуруз кеүек культураларҙы ярата икән. Ғаилә башлығы Айҙар Өлфәт улы һәр береһенә айырым урын-ер яраштырған, уңайлылыҡтар булдырған.

Фаршатовтарға урындағы Рсай һәм күрше-тирә ауыл мәктәптәре уҡыусылары, шулай уҡ айырым ғаиләләр экскурсияға йыш килә. Миләүшә Мөхәмәдийәр ҡыҙы менән Айҙар Өлфәт улы уларҙы хужалыҡ һәм ундағы тереклек менән таныштырып, мауыҡтырғыс итеп һөйләй, балаларҙың һорауҙарына яуап бирә. Әйткәндәй, ғаилә башлығы ла – төп һөнәре буйынса уҡытыусы, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры вазифаһын да башҡарған.

Бына шундай үҙенсәлекле шөғөлдө үҙ иткән ғаилә йәшәй Илеш районында. Уларға яратып башҡарған эштәрендә уңыштар теләп һаубуллаштыҡ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

 

“Дөйәғоштар – бик аҡыллы ҡоштар”, ти Фаршатовтар
“Дөйәғоштар – бик аҡыллы ҡоштар”, ти Фаршатовтар
“Дөйәғоштар – бик аҡыллы ҡоштар”, ти Фаршатовтар
“Дөйәғоштар – бик аҡыллы ҡоштар”, ти Фаршатовтар
“Дөйәғоштар – бик аҡыллы ҡоштар”, ти Фаршатовтар
“Дөйәғоштар – бик аҡыллы ҡоштар”, ти Фаршатовтар
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас