Киберенәйәтселәр граждандарыбыҙҙы алдауын дауам итә. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының һәм банктарҙың иҫкәртеүҙәренә ҡарамаҫтан, был уғрылыҡ һөҙөмтәһендә мутлашыусыларҙың иҫәбенә ғәйәт ҙур күләмдә аҡса күсә.
Ә бурҙар иһә республика халҡынан аҡса урлауҙың яңы ысулдарын уйлап таба – улар өсөн ҡорбандың кеҫәһендә булған аҡса аҙ, шуға ла кешеләрҙе кредит алырға мәжбүр итәләр. кредит алыуҙан тыйыулыу көтөлмәгән “бурыстан” һаҡланырға ярҙам итәсәк. Был хаҡта беҙгә Рәсәй банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банкы бүлексәһе идарасыһы Марат КАШАПОВ һөйләне.
– Киләһе йылдан һәр кем үҙ теләге менән кредит йәки займ алыуҙы сикләй аласаҡ.Күп граждандарҙың, “социаль инженерҙар”ҙың психологик баҫымы аҫтында, енәйәтселәрҙең йоғонтоһона бирелеп, кредиттарын, шул иҫәптән дистанцион рәүештә, туранан-тура телефон аша рәсмиләштереүе һәм был аҡсаны енәйәтселәргә күсереүе сер түгел.
Мутлашыусылар бер ни ҙә һиҙмәгән кешегә, уның шәхси мәғлүмәттәрен файҙаланып, кредит “тағып” ҡуя. Мәҫәлән, граждан паспортын юғалтҡан осраҡта. Әгәр кеше үҙенән-үҙе кредит алыуҙы тыйһа, мутлашыусылар, хатта уның паспорт мәғлүмәткә, онлайн-банкингҡа һәм башҡа конфиденциаль мәғлүмәттәргә эйә булһа ла, уның исеменә кредит ала алмаясаҡ.
– Бындай тыйыуҙы нисек ҡуйырға?
– Уны үҙеңдең кредит тарихыңда теркәргә кәрәк. Бының өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында йәки Күп функциялы үҙәктең офисында шаблонлы ғариза тултырыу ҙа етә. “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә үҙ-үҙеңде кредит алыуҙан тыйыу тураһында ғаризаны – 2025 йылдың 1 мартынан, ә Күп функциялы үҙәктә 2025 йылдың 1 сентябренән бирергә мөмкин.
Банктар һәм микрофинанс ойошмалары ҡулланыусылар кредиттары һәм займдар бирер алдынан заемсының кредит тарихында үҙ-үҙен тыйыу тураһында мәғлүмәт бармы-юҡмы икәнлеген тикшерергә тейеш. Әгәр ул билдәләнгән икән, кредитор кредит биреүҙән баш тартырға тейеш.
– Бындай тыйыу бөтә банктарға ла ҡағыламы?
– Эйе, шул уҡ ваҡытта тыйыу төрлөсә булырға мөмкин: кредитор төрө буйынса (банктар ғына йәки микрофинанс ойошмалары ғына йәки банктар ҙа, микрофинанс ойошмаһы ла ҡатнаша) һәм кредит йәки займ өсөн мөрәжәғәт итеү ысулы буйынса (офиста һәм дистанцион йәки дистанцион ғына). Тимәк, төрлө нескәлектәрҙе теркәп була.
– Ипотеканы ла тыйырға мөмкинме?
– Был ҡағиҙәлә айырым осраҡтар бар: тәьмин ителгән кредиттар – йәғни ипотека, автокредиттар, шулай уҡ дәүләт ярҙамы сиктәрендә бирелгән белем биреү кредиттары – үҙ-үҙеңде тыйыуға инмәй.
– Үҙ-үҙеңде тыйыу күпмегә төшә?
– Хеҙмәт бушлай күрһәтелә.
– Әгәр кеше үҙенә кредит алыуҙы тыйһа, әммә һуңынан кире уйлаһа, уға нисек кредит алырға?
– Үҙ-үҙеңде тыйыуҙы бөтөрөргә йәки уның параметрҙарын теләһә ҡайһы ваҡытта, бушлай, сикләнмәгән таҡыр үҙгәртергә мөмкин. Бының өсөн дә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында йәки Күп функциялы үҙәктә ғариза бирергә кәрәк буласаҡ. Әммә шуны иҫтә тотоу мөһим: тыйыу шунда уҡ түгел, ә кредит тарихына мәғлүмәт индерелгәндән һуң бер көн үткәс алына. Бындай сикләү осоро тыйыуҙы бер юлы алып ташлау һәм кредит килешеүе төҙөүгә бәйле енәйәт хәүефен бөтөрә һәм, дөйөм алғанда, кешеләргә кредит алыу кәрәклеге тураһында төплө ҡарар ҡабул итергә ярҙам итә.
– Кеше үҙ-үҙен тыйған хәлдә лә банк барыбер уның исеменә кредит биреүе ихтималмы?
– Әгәр бындай хәл көтөлмәгәндә килеп сыҡһа, әгәр кредитор-банк йәки микрофинанс ойошма заемсынан бурысты ҡаплауҙы талап итергә хоҡуғы булмаһа. Бында бер мөһим мәл тураһында әйтер теләринем.2022 йылдың октябренән Рәсәй Банкының онлайн-кредиттарға үҙ-үҙеңде тыйыу тураһында күрһәтмәһе ғәмәлдә.Әгәр кешегә ҡаратадистанционоперациялартыйылғанбулһа, мутлашыусылар, хатта уның онлайн-банкингына инеү мөмкинлегенә эйә булһа ла, уның исеменә кредит ала алмаясаҡ.Шулайуҡ үҙ иҫәбеңдән онлайн-күсереүҙәр суммаһы буйынса тулыһынса тыйыу йәки сикләү, көнөнә, айына сығымдар суммаһы буйынса лимит һәм башҡаларҙы билдәләргә мөмкин.Аҡсатотоноулимиты – ул да үҙен мутлашыусыларҙан һаҡлауҙың яҡшы ысулы.Әгәр клиентҡабындай сикләүҡуйылһа, енәйәтселәр лимит буйынса билдәләнгәндән күберәк аҡса ала алмаясаҡ.
Хеҙмәттәр һәм параметрҙар йыйылмаһын клиент үҙе һайлай, теләһә ниндәй комбинацияны берләштерә ала.
– Бындай тыйыуҙы нисек рәсмиләштерергә?
– Ундай процедура икенсерәк. Ғаризаны үҙ банкыңа теләһә ниндәй ысул менән ебәрергә кәрәк – ҡағиҙә булараҡ, ул һеҙҙең килешеүҙә яҙылған. Был банкта күҙгә-күҙ ҡарашып килешеү ҙә, дистанцион ғариза ла булыуы мөмкин. Әгәр клиент бер үк ваҡытта бер нисә банкта хеҙмәтләндерелә икән, онлайн-операцияларҙы тыйыу һәм уларҙың параметрҙарын сикләү һәр береһендә айырым булырға тейеш.
– Бер һүҙ менән әйткәндә, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында йәки күп функциялы үҙәк аша үҙ-үҙеңде тыйыу мөмкинлегенең ғәмәлгә инеүен көтөп тормаҫҡа, быны хәҙер үк эшләргә мөмкин?
– Үҙегеҙҙе тыйһағыҙ ҙа, уяу булырға кәңәш итәбеҙ! Финанс хәүефһеҙлегенең төп ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Уларҙың айырыуса мөһимдәрен иҫкә төшөрәм. Иң мөһиме – бер кемгә лә үҙенең шәхси мәғлүмәттәреңде, шул иҫәптән финанс мәғлүмәттәрен асып бирмәҫкә. Банк һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да телефон аша шәхси мәғлүмәттәрҙе, банк реквизиттарын, иҫәп-хисап мәғлүмәттәрен йәки банктан смс-кодтарҙы кисекмәҫтән биреүҙе талап итмәй һәм аҡса күсереүҙе һорамай. Универсаль тәҡдим: әгәр сит кеше шылтыратып, аҡса һәм уға менән бәйле мәғлүмәттәр тураһында һөйләшеү башлаһа – түләүҙәр, отоштар, иҫәп-хисап проблемалары, аҡса күсереү һәм башҡалар – шунда уҡ һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ! Ни тиклем оҙағыраҡ һөйләшһәгеҙ, енәйәтселәрҙең хәйләһенә бирелеү мөмкинлеге лә шул тиклем күберәк. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: алдаҡсыларҙың бөтә һорауға ла әҙер яуаптары бар.
– Ниндәй билдәләр буйынса енәйәтсене танырға мөмкин?
– Енәйәтселәрҙе иҫәпләү өсөн биш төп билдәне айырып ҡарарға мөмкин.
Беренсеһе – һеҙгә мөрәжәғәт итә.Сит кешешылтыратып, смс-хәбәр, электрон хат йәки мессенджерға һылтанма ебәрә. Үҙен кемгенә итеп танытмаһын – банк, полицияхеҙмәткәре һәмбашҡалар – һаҡ булығыҙ.Әгәр ул аралашыуҙы үҙе башлаһа, тимәк, уға һеҙҙән нимәлер кәрәк.Уның шәхесен тиҙ генә тикшерепбулмай. Шылтыратыусының телефон номерыналмаштырыуы, ялған аккаунттарҙан йәки сайттарҙан бәйләнешкә сығыуы мөмкин.Уяубулығыҙ, бер кемгә лә ышанмағыҙ.
Икенсеһе – һеҙҙең менән аҡса тураһында һөйләшәләр. Алдау схемалары һәр ваҡыт финансҡа бәйле: һеҙгә бөтә аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә, “кредит алыу өсөн страховка” түләргә йәки аҡсаны “бик отошло” инвестицияларға тәҡдим итәләр.
Өсөнсөһө – мәғлүмәт биреүҙе һорайҙар. Әгәр ҡараҡтарға фатир асҡыстары кәрәк булһа, мутлашыусылар – һеҙҙең иҫәптәрҙәге аҡсаны ҡулға төшөрөргә теләй. Улар һеҙҙе алдап алған асҡыс картағыҙҙың конфиденциаль мәғлүмәттәрен, шул иҫәптән уның кире яғындағы өс һанды, банк сайтындағы шәхси кабинетҡа йәки мобиль ҡушымтаға логин һәм паролдәрҙе, банк смс-тарындағы кодтарҙы үҙ эсенә ала. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: банк хеҙмәткәре бер ҡасан да картаның йәшерен реквизиттарын, ПИН-кодтарын һәм паролдәрен һорамаясаҡ. Банк шикле түләүҙе йәки һеҙҙең иҫәбегеҙҙән аҡса күсереүҙе күреп ҡалһа, операцияны раҫлау йәки кире ҡағыу өсөн генә һеҙҙең менән бәйләнешкә инә. Бының өсөн конфиденциаль мәғлүмәттәр талап ителмәй. Әгәр улар менән ҡыҙыҡһынһалар, тимәк, банктан шылтыратмайҙар, һеҙҙе алдарға тырышалар.
Мутлашыусыларҙы фашлаған тағы бер билдә – улар әңгәмәсеһен тыныс тороштан сығара, көслө хистәр тыуҙырырға, ҡурҡытырға йәки шатландырырға тырыша. Мәҫәлән, хәбәр итәләр: “Һеҙҙең онлайн-банкығыҙҙы ватҡандар!” Һеҙ аптырауҙан теләһә ниндәй үтенестәрҙе үтәйһегеҙ һәм аҡсаны ҡотҡарыу өсөн барлыҡ мәғлүмәттәрҙе бирәһегеҙ. Йәки, киреһенсә, көтөлмәгән еңеү тураһындағы хәбәр менән мауыҡтыралар. Бының өсөн һеҙ “бәләкәй генә иғәнә түләргә” тейешһегеҙ, ә бының өсөн сайтта банк картаһы мәғлүмәттәрен индерергә кәрәк тиҙәр. Мутлашыусылар фишинг, йәғни ялған интернет биттәрен булдыра, улар ярҙамында карта мәғлүмәттәрен урлайҙар һәм ышаныслы ҡулланыусыларҙың иҫәптәренә инеү мөмкинлеген алалар. Һәр ваҡыт шикләнеп ҡарағыҙ, тыныслыҡ һаҡлағыҙ һәм, нисек кенә тулҡынланһағыҙ ҙа, башҡаларҙың күрһәтмәләренә буйһонорға ашыҡмағыҙ.
Бынантыш, улар баҫым яһай.Мутлашыусыларһәр ваҡыт уйланырға ваҡыт бирмәҫ өсөн ашыға.Һеҙҙенимәгәлер мәжбүр итәләр, шарттар ҡуялар: “Хәҙерме, әллә һуңыраҡмы”.Һеҙгә һайлау хоҡуғы бирелмәгән һәм шунда уҡ эш итергә мәжбүр ителгән хәл шик тыуҙыра.Әгәр уңайһыҙлыҡтойһағыҙ, шунда уҡ аралашыуҙан туҡтағыҙ.
Иҫәптә аҡсаның һаҡланыуы тураһында шик тыуһа, үҙ банкыңа картала йәки рәсми сайтта күрһәтелгән телефон аша шылтыратырға кәрәк. Бер ниндәй осраҡта ла һеҙгә килгән телефон номерына кире шылтыратмағыҙ! Был да енәйәт схемаһы булыуы мөмкин.
– Ә аҡсаһын юғалтҡандарға нимә эшләргә?
– Ҡайһы берҙә кеше, артыҡ ҙур сумманы юғалтмайынса, бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итмәй. Был дөрөҫ түгел! Бындай осраҡтарҙы йәшереп булмай, сөнки енәйәтселәргә һеҙҙең эшһеҙлек файҙалы. Һеҙ уларға вәкәләтле органдарға ни тиклем иртәрәк ғариза бирһәгеҙ, уларҙы шул тиклем тиҙерәк асыҡлай алаһығыҙ, уларҙың ғәмәлдәренән шул тиклем аҙыраҡ кеше зыян күрә. Әгәр кредитты рәсмиләштерергә йәки аҡсаны алдаҡсыларға тапшырырға өлгөрһәгеҙ, полицияға мөрәжәғәт итегеҙ. Бынан алда мөмкин тиклем күберәк документтар һәм мәғлүмәт йыйығыҙ: һеҙ төҙөгән килешеүҙәр, аҡса күсереү квитанциялары. Мутлашыу йәки мутлашыуға шикләнеү осраҡтарында Рәсәй Банкына сайттағы интернет - ҡабул итеү бүлмәһе аша йәки ҡыҙыу элемтә буйынса мөрәжәғәт итегеҙ: 8-800-300-30-00, 300 (мобиль телефондан шылтыратыу өсөн). Шылтыратыу бушлай.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Материал сығанағы: Самозапрет, значит, мошенникам нет!