9 май - Еңеү көнө
23 Октябрь 2024, 08:00

Өфөләр "Еңеү поезы"н ҡаршыланы

Тотош илебеҙ буйынса хәрәкәт иткән поезда ун экспозицион һәм ике тәьмин итеү вагоны урынлашҡан

Өфөләр "Еңеү поезы"н ҡаршыланыӨфөләр "Еңеү поезы"н ҡаршыланы
Өфөләр "Еңеү поезы"н ҡаршыланы

Өфө ҡалаһына "Еңеү поезы" килде. Бер нисә көнгә баш ҡалабыҙҙа туҡталған үҙенсәлекле поезды ҡарарға иртә менән өфөләр һәм ҡунаҡтар тимер юл вокзалына ашыҡты.

– Еңеү поезын ҡаршылау һәм ҡабул итеү беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ, – тине Башҡортостан мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин. – Был айырыуса үҫеп килеүсе йәш быуынға кәрәк, сөнки Еңеү тарихын, Бөйөк Еңеүгә нисек килеүебеҙҙе, атай-олатайҙарыбыҙҙың ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып батырлыҡтар күрһәтеүен белеү бик мөһим.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Мацкевичтың һүҙҙәренә ҡарағанда, 1941–1945 йылдар тарихыбыҙға мәңгелеккә уйылып ҡалды, күргәҙмәне ҡарарға студенттарҙың килеүе ныҡ отошло.

Тотош илебеҙ буйынса хәрәкәт иткән поезда ун экспозицион һәм ике тәьмин итеү вагоны урынлашҡан, һәр вагон айырым теманы сағылдыра. Брест ҡәлғәһе өсөн алыш, яралыларҙы Ленинград госпиталендә дауалау, әсирҙәр, блиндаждағы һалдаттарҙың батырлығы, генералдарҙың штабтағы пландары, хатта мунса һәм башҡа экспозициялар шуға асыҡ миҫал. Ирекмәндәр оҙатыуында йөрөгән һәм наушниктар таратылып биргән төркөмгә машинистка Лидия Бөйөк Ватан һуғышы, үҙенең тормошо, нисек яраланыуы, госпиталдә дауаланыуы һәм башҡалар тураһында һөйләй. Экскурсия ҡырҡ минутҡа иҫәпләнгән.  

Аҙаҡтан поезд Мәскәү ҡалаһына юллана, унда ике ай тирәһе техник хеҙмәтләндереү үтәсәк һәм Яңы йылдан ул тағы ла юлға сығасаҡ. Быға хәтлем поезд Рәсәйҙең бөтә ҡалаларында ла тиерлек һәм Белоруссияла булырға өлгөргән.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Өфөләр "Еңеү поезы"н ҡаршыланы
Өфөләр "Еңеү поезы"н ҡаршыланы
Өфөләр "Еңеү поезы"н ҡаршыланы
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас