Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
24 Октябрь , 14:00

"Актёр Рәмзил Сәлмәнов та вахтаға йыйынды..."

Драматург Зөһрә Бураҡаева бөгөн иртәнсәк ошондай шомло пост һалды. Шәп актерһыҙ ҡалдыҡмы ни?!

"Актёр Рәмзил Сәлмәнов та вахтаға йыйынды..."
"Актёр Рәмзил Сәлмәнов та вахтаға йыйынды..."

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына шылтыратып, хәлде аңлатыуҙарын һораныҡ.

– Себергә тотош башҡорт труппаһын оҙаттыҡ, – тине әҙәби бүлек мөдире Рәзилә Ырыҫҡужина. – Улар Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 105 йыллығына арналған гастролгә юлланды.

Асыҡланыуынса, гастроль Ямал-Ненец автономиялы округы үҙәгендә – Салехард ҡалаһында уҙа. 25 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тә – “Тылсымлы тирмән” әкиәте, киске 7-лә “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектакле күрһәтелә. Улар, әлбиттә, башҡорт әҙәбиәте классигы әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған.

Өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәк: 26 октябрҙә Мостай Кәримдең “Өс таған” һәм “Ярлыҡау” повестәре буйынса төшөрөлгән фильмдар күрһәтелә, уларҙың режиссеры Айнур Асҡаров һәм сценарисы Айҙар Аҡманов менән осрашыуҙар көтөлә.

Мостай Кәримдең юбилейына арналған саралар Милли мәҙәниәттәр округ үҙәгендә уҙа.

Фото: Зөһрә Бураҡаеваның социаль селтәрҙәге битләүенән.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: