Өфө ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Стратегик инициативалар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева эксперт сессияла бизнес йәмәғәтселек менән осрашты. Һөйләшеү темаһы – "Инвестиция климаты. Лидерлыҡ стратегияһы".
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров төбәктә эшҡыуарлыҡтың үҫеше өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыуына баҫым яһаны.
– Беҙ инвестициялар йәлеп итеү тармағында йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамлайбыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Һәм ошо темпты һаҡлау өсөн инвестицион климатты яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар күрергә кәрәк.
Стратегик инициативалар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева билдәләүенсә, эшҡыуарҙар үҙҙәре лә ыңғай бәйләнештәр булдырған, уларҙың һәр береһе ярҙамдан файҙалана һәм инвестцикл сиктәрендә бөтә баҫҡыстарҙы етеҙ үтә.