Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
25 Октябрь 2024, 21:20

Башҡортостан өлгө күрһәтә

Өфөгә Рәсәй Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Александр Терновцов килде.

Башҡортостан өлгө күрһәтә
Башҡортостан өлгө күрһәтә

Өфө ҡалаһында Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы Рәсәй Йәмәғәт палатаһының закон проекттарының йәмәғәт экспертизаһы һәм бүтән норматив акттар буйынса рәйесе урынбаҫары Александр Терновцов республикабыҙҙың башҡарма һәм муниципаль власть органдары янындағы йәмәғәт советының бай тәжрибәһе һәм киләсәктәге эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов билдәләүенсә, йәмәғәт палатаһы эш йүнәлешен ҡайтанан ҡарап сыҡҡан һәм эшмәкәрлеген ҡырҡа үҙгәрткән, хәҙер улар власть органдарындағы һәм муниципалитеттарҙағы йәмәғәт советтары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырған, бәйләнештәрҙе күпкә нығытҡан. Бындай эш алымы үҙен аҡлаған. Иң мөһиме, йәмәғәт советтары йыш ҡына шәп идеялар менән сығыш яһаған, тормошто ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн ижтиһад һалыуҙары күренгән.

– Һөйләшеүҙә йәмәғәт ағзаһының нимә әйтергә теләгәнен, уй-ниәттәрен беләсәкбеҙ, – тине Рәсәй Йәмәғәт палатаһының закон проекттарының йәмәғәт экспертизаһы һәм бүтән норматив акттар буйынса рәйес урынбаҫары Александр Терновцов. – Уларҙың һәр береһе буш ваҡыттары һәм ялдары иҫәбенә граждандарҙың көнкүрешен яҡшыртыуға күп көс түгә, ул шулай булырға тейеш тә.

Александр Терновцов әйтеүенсә, улар махсус доклад әҙерләгән, иң ҡыуаныслыһы, беҙҙең республика был йәһәттән дә илебеҙҙең бүтән субъекттарына өлгө булғас, уны иң беренсе Башҡортостан халҡына тәҡдим иткәндәр, артабан инде башҡалар таныша аласаҡ.

Шулай уҡ Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлау, граждандар йәмғиәте институтын, йәмәғәт күҙәтеүен үҫтереү, йәмәғәт палатаһы (советтары) һәм йәмәғәт күҙәтеү комиссиялары менән хеҙмәттәшлек буйынса комиссия рәйесе Евгений Мельников, адвокат Булат Сафин һәм башҡалар сығыш яһаны.

Фото: Ләйсән Гаррапова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: