Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
25 Октябрь 2024, 20:00

Ноябрь айында ниндәй һауа торошо көтә?

Ҡышҡы тундарығыҙҙы әҙерләнегеҙме? 

Ноябрь айында ниндәй һауа торошо көтә?
Ноябрь айында ниндәй һауа торошо көтә?

Башҡортостандың баш ҡалаһында ноябрь айы аномаль йылы булыуы ихтимал.

Гисметео мәғлүмәттәре буйынса, ноябрҙең тәүге биш көнөндә Өфөлә температура +10 градусҡа тиклем күтәрелеүе ихтимал, был көҙҙөң һуңғы айы өсөн бик юғары күрһәткес булып тора.

Синоптиктар әйтеүенсә, ноябрҙең тәүге көндәрендә төнгө күрһәткестәр ҙә нулдән түбән төшмәйәсәк. Метеорологтар билдәләүенсә, Өфөлә епшек ҡар яуыуға ҡарамаҫтан, ул әле ятмаясаҡ.

Минус күрһәткестәр ай уртаһында ғына фаразлана, ул саҡта һыуыҡтар булмаясаҡ, ноябрь аҙағына тиклем көндөҙгө температура -1 градус... -2 градус кимәлендә торасаҡ.

Фото: телеграм чатынан. 

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас: