Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
25 Октябрь 2024, 21:20

Журналистар әҙерләгән кафедра 35 йыллығын билдәләне

Осрашыу барышында ҡыҙыҡлы һорауҙар биргән, ҡыйыу рәүештә үҙ фекерҙәрен белдергән, үҙҙәрен төрлө яҡлап, шул иҫәптән журналистикала ла, һынап ҡарарға теләгән йәштәрҙең булыуы ҡыуандырҙы. 

Журналистар әҙерләгән кафедра 35 йыллығын билдәләне
Журналистар әҙерләгән кафедра 35 йыллығын билдәләне

Бөгөн, 25 октябрҙә, Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында журналистика кафедраһы ойоштороуға 35 йыл тулыуға арналған сара үтте. “35 йыл мәғлүмәт тулҡынында” тип аталған кисә ошо кафедраны булдырыу эшенең инешендә торған хөрмәтле ветеран-уҡытыусыларҙы, уның үҫешенә тос өлөш индергән белгестәрҙе, төрлө йылдарҙа журналистика бүлеген тамамлаусыларҙы бергә йыйҙы.

Иң тәүҙә медиа-лекторий булараҡ яңыртылған 425-се аудиторияны асыу тантанаһы үтте. ӨФТУ проректоры Илгиз Раян улы Ҡәҙерғолов менән БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Әсхәт улы Ғәзизов ҡыҙыл таҫманы тантаналы шарттарҙа киҫкәндән һуң ҡунаҡтар аудиторияға үтте. Заманса йыһазландырылған, яҡты аудиторияла студенттарға ижади, йылы мөхит булдырылған. Ҡаршы стенала легендар дикторҙар Юрий Левитан менән Әхәт Мортазиндың фотоһүрәте ҡаршы ала.

Сарала сығыш яһаусылар кафедраның булдырылыу тарихы, үҫеш йылдары, бөгөнгөһө хаҡында һөйләне.

– Был кафедра республиканың медиа тармағы өсөн мөһим инеш һанала. Бөгөн ул барлыҡҡа килеүенә 35 йыл тулыуҙы билдәләй һәм уны тамамлаусыларҙы, һис арттырыуһыҙ, медиа, сәйәсәт һәм башҡа өлкәләрҙең йондоҙҙары, тип әйтә алам, – тип билдәләне БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Әсхәт улы.

Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты етәкселеге ҙур сараны ойошҡанлы, матур, йылы итеп үткәреүгә өлгәште. Бының өсөн факультет деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина етәкселегендәге берҙәм, маҡсатлы уҡытыусылар коллективына һәм студенттарға ҙур рәхмәт.

Сара барышында оҙаҡ йылдар журналистика кафедраһында эшләгән, республиканың киң мәғлүмәт саралары өсөн белгестәр әҙерләү эшенә тос өлөш индергән ветеран уҡытыусылар, бөгөн ошо эшмәкәрлекте лайыҡлы дауам иткән педагогтар тәбрикләнде. Ә инде университеттың дүртенсе ҡатындағы йәнлелек, йылы мөхит, бергә уҡыған дуҫтар-таныштар менән осрашыу барыһын да йәшлек йылдарына алып ҡайтҡандай булды.

Сараның икенсе өлөшө Матбуғат фестивале рәүешендә уҙҙы. Унда республика медиа тармағының төрлө йүнәлештәре буйынса эшләп йөрөгән журналистар, баш мөхәррирҙәр, матбуғат хеҙмәте етәкселәре бөгөн Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында белем алған йәштәр менән журналист һөнәренең үҙенсәлектәре, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында фекер алышты. Осрашыу барышында ҡыҙыҡлы һорауҙар биргән, ҡыйыу рәүештә үҙ фекерҙәрен белдергән, үҙҙәрен төрлө яҡлап, шул иҫәптән журналистикала ла, һынап ҡарарға теләгән йәштәрҙең булыуы ҡыуандырҙы.

Фотолар: Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: