Хөкүмәттә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында БР мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙиндең быйыл республика биләмәһендәге юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына ҡабул итеү һөҙөмтәләренә арналған сығышы тыңланды.
“Быйыл урта һөнәри белем биреү программалары буйынса уҡырға ингән студенттарҙың һаны 36 мең кешегә етте. IX класс уҡыусыларының 60 проценттан ашыуы колледждарҙа уҡыуҙы һайлай. Урта һөнәри белем биреү ойошмалары тарафынан 2024/2025 уҡыу йылына 22 312 бюджет урыны билдәләнгән. Улар йәштәрҙе 43 һөнәр һәм 112 белгеслек буйынса ҡабул итә. Урта һөнәри уҡыу йорттарына конкурс бер урынға 3,5 кеше тәшкил итте”, – тип билдәләне министр вазифаһын башҡарыусы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров колледждарҙа һәм урта махсус уҡыу йорттарында бюджет урындары һанын арттырырға ҡушты.
– 2025 йылда беҙгә тағы ике-өс мең урын өҫтәргә кәрәк. Йәштәрҙе өйрәтәсәкбеҙ. Иҡтисад өсөн алынған һөҙөмтә теләһә ниндәй сығымдарҙы йөҙ тапҡырға ҡаплаясаҡ, юғиһә, эшсе көстәр етешмәүе арҡаһында беҙ үҫеште юғалта башлаясаҡбыҙ. Хәҙер – һуғыш осоро иҡтисады, һәм ул яңы көстәргә мохтаж. Шуға күрә бер нисә меңгә арттырырға кәрәк, – тине төбәк етәксеһе.
Фото: bagsurb.ru