Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
30 Октябрь , 17:00

Үҙең ҡара балаңды...

"Тейешле алиментын түләйем. Эш хаҡымдың дүрттән бер өлөшөн ашап тораһығыҙ. Еткән. Миңә кәрәгегеҙ юҡ", - ти.

Үҙең ҡара балаңды...
Үҙең ҡара балаңды...

Иремде бик яратып кейәүгә сыҡҡайным. Матур итеп дуҫлаштыҡ, беҙҙең парға һоҡланмаған кеше булманы. Көнләшкәндәр ҙә етерлек булғандыр. Тик ул ваҡытта бер нимәгә лә иғтибар итмәнем.

Өйләнешеп йәшәй башлағас, тәүге йылдар матур ғына торҙоҡ. Икебеҙ ҙә эшләйбеҙ, һәйбәт кенә аҡса ала инек. Өс йылдан мин ауырға ҡалдым. Рифат бик шатланды, түҙемһеҙлек менән сабый тыуғанын көтә башланы. Ә бына бала тыуғайны, үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Улыбыҙҙың илаҡ булыуы уның йәненә ныҡ тейҙе.

- Мин һеҙҙе ҡарар өсөн арып-талып аҡса эшләйем, тик өйгә ҡайтып ял итер форсат та юҡ. Ябамы ауыҙын шул балаң, юҡмы? – тип екеренә башланы.

Арып-талып тигәне, офиста компьютер алдында ултыра. Әллә ни көрәп алған аҡсаһы ла юҡ ине. Тик мин өндәшмәнем. Ул барыһында ла мине ғәйепләне, имеш мин баланы матурлап ҡарамайым һәм ул шуға илай. Неврология яғынан проблемалары бар тигәнгә иҫе лә китмәне. Уны дауалау өсөн аҡса бирмәй башланы.

Йәш ярымға тиклем эшләгән еремдән шәп кенә пособие килеп торҙо. Ә ул аҡса бөткәс, Рифат ысын йөҙөн күрһәтте. Баҡһаң, ул ошоға тиклем дә беҙгә артыҡ аҡса бирмәгән икән, мин башлыса шул пособие аҡсаһын тотондом. Йәш ярым тулғас, иремдән һәр тинде һорап ала башланым. Баланы кейендерергә лә, ашатырға ла, дауаларға ла кәрәк бит. Тик ул был турала уйламаны. Аптырағас, ике йәше лә тулмаған улымды балалар баҡсаһына биреп эшкә сыҡтым. Тик бала бер туҡтауһыҙ сирләй башланы. Уның менән ултырыр өләсәйҙәр булмағас, үҙем больничный ала инем. Начальникка был оҡшаманы, әлбиттә, ярты йыл түҙҙе лә, эштән ебәрҙеләр.

Был ваҡытта ирем менән мөнәсәбәттәр бөтөнләй боҙолоп бөткәйне. Айырылышырға ул үҙе тәҡдим итте.

- Арыным елкәмдә ултырыуығыҙҙан, үҙең ҡара балаңды, - тине лә сығып китте.

Айырылышыу менән алиментҡа бирҙем. Ул яҡтан һүҙем юҡ, ай һайын ваҡытында түләй, тик аҡса ҙур түгел. Ятаҡта ҡуртымға бүлмә алып йәшәйбеҙ улым менән. Шуны ҡапларға етә алимент аҡсаһы. Яҡшы эшемде юғалтҡас, бәләкәй бала менән йүнле урынға алыусы юҡ. Аптырағас, өй янындағы магазинға һатыусы булып урынлаштым. Кистәрен, улымды йоҡлатҡас күрше өйҙә иҙән йыуам. Тик барыбер аҡса еткереп булмай.

Ярлылыҡ шул тиклем үҙәккә үтте. Улыма ла, үҙемә лә ҡасан кейем алғанды ла иҫләмәйем. Күршеләр нимә бирә, шуны кейәбеҙ. Ямау өҫтөнә ямау. Ә яңыраҡ улыма балалар баҡсаһында “бомж” тип ҡушамат таҡҡандарын ишетеп ҡалдым. Меҫкен улым башҡа унда бармайым тип илай.

- Әсәй, мин эшләй башлайым, мин бит ир кеше. Минән көләләр, башҡа унда бармайым, - тигәс шул тиклем тетрәндем. Сабыйымды йәлләп төн буйы илап сыҡтым.

Тик уны өйҙә тотор мөмкинлек юҡ шул. Алты йәше лә тулмаған улым башҡаларҙан оялып, аралашмаусанға әйләнде. Кеше күҙенә күренмәҫ өсөн ситләп кенә йөрөй. Торғаны бер күләгә инде. Был турала атаһына әйтһәм, ул екерә генә.

- Тейешле алиментын түләйем. Эш хаҡымдың дүрттән бер өлөшөн ашап тораһығыҙ. Еткән. Үҙең ҡара балаңды, теләһә нимә эшләгеҙ. Миңә кәрәгегеҙ юҡ, - ти.

Мөхәббәт, яратам тип сыҡтым кейәүгә. Уның һаран, ҡаты, тар күңелле кеше икәнлеген нисек күрмәгәнмен? Кейәүгә яратып түгел, ә кеҫәһенә ҡарап сыҡҡандарҙы ысын күңелдән аңлайым мин. Балам ошондай көнгә ҡалмаҫ ине исмаһам.

Ҡыҙҙар, кейәүгә сығыр, бала табыр алдынан ныҡ итеп уйланығыҙ. Ышаныслымы янығыҙҙа кеше? Юҡ икән, бала йонсотоп, тапмауың хәйерлерәктәр...

(Нефтекама ҡалаһында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәре).

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: