Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
30 Октябрь 2024, 10:30

Тағы өс хеҙмәт өҫтәлде

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Тағы өс хеҙмәт өҫтәлде
Тағы өс хеҙмәт өҫтәлде

Башҡортостанда баланы реабилитациялау өсөн сертификатты “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша алырға мөмкин. Унда өс төбәк хеҙмәте ҡушылды, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Хәҙер республикала йәшәүселәр I төркөм инвалидтарҙы реабилитациялау өсөн техник сараларҙы алыуға, инвалид баланы реабилитациялауға һәм уны ҡарауға сертификаттарҙы онлайн рәүештә рәсмиләштерә ала.

– Дәүләт хеҙмәттәрен электрон форматҡа күсереү һәм уларҙан һәр кем файҙалана алыуын тәьмин итеү – төп маҡсаттарыбыҙ. Хеҙмәттәрҙән онлайн рәүештә, өйҙән сыҡмайынса файҙаланыу, ғариза биреү генә түгел, күҙәтә алыу мөмкинлеге лә бар. Был бигерәк тә ауыр хәлдә булған ғаиләләр өсөн мөһим, – тип белдерҙе дәүләт идара итеүенең һанлы үҫеше министры вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин.  

Ғаризаны биреү процессы ябайлаштырылған: граждандарҙан төбәк-ара электрон эш итеү системаһы аша алып булмаған документтарҙы һәм мәғлүмәттәрҙе һорайҙар.

– Ғаиләләр араһында ата-әсәләргә балаларҙы тормошҡа яраҡлаштырыуҙа, реабилитациялауҙа һәм уҡытыуҙа үҙаллы йүнәлеш билдәләү мөмкинлеген биргән һанлы хеҙмәттәр ҙур һорау менән файҙалана. Дөйөм маҡсатыбыҙ – һаулыҡ мөмкинелектәре сикләнгән балаларға уңышлы социаль интеграциялау өсөн шарттар булдырыу, шул иҫәптән ярҙам сараларын алыуҙы ябайлаштырыу, – тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова.  

Әйткәндәй, электрон форматтағы хеҙмәттәр өлөшөн арттырыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Һанлы иҡтисад” (национальный проект “Цифровая экономика”.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: