Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
31 Октябрь , 12:30

ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ! Вербовкалаусыларҙың ауына эләкмәгеҙ!

Әгәр уларҙың шарттарына риза булһағыҙ, һеҙгә ғүмерлеккә иректән мәхрүм итеү янай

ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ! Вербовкалаусыларҙың ауына эләкмәгеҙ!
ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ! Вербовкалаусыларҙың ауына эләкмәгеҙ!

Террористар һәм экстремистар ойошмалары интернет һәм социаль селтәрҙәр ярҙамында законһыҙ ғәмәлдәр башҡарыу өсөн яңы ҡатнашыусылар йыя.

Һеҙгә террор ғәмәлен башҡарыуҙа йәки экстремистик провокацияларҙа ҡатнашырға тәҡдим итеүҙәре мөмкин.

Был эшмәкәрлек өсөн енәйәтселәр аҡса йәки мутлашыусыларҙың һеҙҙең исемгә алған кредитын кире ҡайтарырға вәғәҙә итә. Улар һеҙгә янауҙары йәки ҡурҡытыуҙары мөмкин.

Әгәр уларҙың шарттарына риза булһағыҙ, һеҙгә ғүмерлеккә иректән мәхрүм итеү янай.

Енәйәтселәргә ышанмағыҙ һәм ҡурҡмағыҙ!

Контактты ябығыҙ һәм контентҡа ялыу ебәрегеҙ.

Был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарына 112-се һаны буйынса хәбәр итегеҙ.

Фото: скриншот.

Видеояҙма сығанағы: https://vk.com/video-176685352_456240227?t=13s

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: