”Башҡортостан” гәзите “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә төрлө конкурстарҙы даими ойоштора. Быйыл да улар күп һәм төрлө йүнәлештәрҙә үткәрелде. Беҙ был сараларҙа төрлө райондарҙы ҡатнаштырып, унда йәшәгән хеҙмәт алдынғылары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, әүҙемселәр тураһында барлыҡ республикаға яҡтыртыуҙы ла маҡсат итеп ҡуябыҙ.
Быйыл беҙ 15-кә яҡын ошондай сара ойошторҙоҡ. Уларҙа бик күп кешеләр ҡатнашты, үҙҙәрен республикаға танытты. Айырыуса Бөрйән районы халҡы әүҙемлеге менән айырылып торҙо – райондан ҡатнашҡан һәр конкурсант тиерлек тырышлыҡ күрһәтеп, еңеүселәр рәтендә булды. Әлбиттә, был еңеүҙәр артында бөрйәндәрҙең берҙәм булыуы, район хакимиәтенең тырышлығы ла тора.
30 октябрҙә Бөрйән районында шиғирә, драматург, журналист, Шәйехзада Бабич премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның ижад кисәһендә ҡатнашып, ҡәләмдәш дуҫыбыҙҙы тәбрикләнек. Шул сарала, форсаттан файҙаланып, конкурс еңеүселәрен район мәҙәниәт йортонда уҙған был сараға саҡырып, бөтәһен бер юлы ҡотланыҡ. Беҙ ҙә, конкурсанттарыбыҙ ҙа ҡәнәғәт ҡалды.
Кемдәр һуң еңеүселәр? “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештәге” төркөмөндә ойошторолған “Китапҡа һөйөү уятам” конкурсында I урынды – Әтек ауылы китапханасыһы Айгөл Баймөхәмәтова, “Иң яҡшы ойоштороусы ҡатын-ҡыҙ” конкурсында III урынды – Исламбай китапханасыһы Флүзә Әхмәтйәнова, “Халыҡ таланттары” конкурсында III урынды – “Тарауыл” халыҡ театры етәксеһе Шәфҡәт Мәжитов, “Үҙ һөнәренең оҫтаһы” конкурсында I урынды – Мәһәҙей фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Фәйләрә Хәсәнова, “Уҡытыусы – ниндәй гүзәл исем!” конкурсында I урынды Иҫке Собханғол урта мәктәбенең физика уҡытыусыһы Фәнүзә Хәкимова яуланы. Брәтәк ауылынан 11 бала атаһы Ишкилде Фәхрийәнов “Өлгөлө атай” конкурсында “Рухлы атай” номинацияһына, шулай уҡ "Алдынғы белем усаҡтарының булдыҡлы директорҙары" конкурсында Әбделмәмбәт ауылы директоры Инсур Үтәбаев яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн рәхмәт хатына лайыҡ булды. Былтыр ойошторған “Йым-йым итә уттары, мең төҫтә балҡый йорттары” конкурсында Байназар ауылынан Ильяс Муллағолов II урынды яуланы.
Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, һәр конкурс артында тырышлыҡ, берҙәмлек һәм ойошҡанлыҡ тора. Шуға күрә лә район етәкселегенең дә ошондай сараларҙа яҡташтарына ихлас ярҙам итеүе мөһим. Бөрйән район хакимиәте етәкселеге был йәһәттән әүҙемлек күрһәтте. “Башҡортостан” гәзитенең мәртәбәһен арттырыуға, уны таратыуға, башҡорт халҡының рухи-мәҙәни мираҫын һаҡлауға тос өлөш индергән, гәзит менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән өсөн Бөрйән районының элекке район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Венера Вәлиева рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Бөрйән ерендә “Башҡортостан” гәзитенең шул тиклем күп дуҫтары булғанға һәм ихлас, дәртле халыҡ йәшәүенә һоҡланып, ҡыуанып ҡайттыҡ.
Хөрмәтле дуҫтар, беҙҙең конкурстарҙа киләсәктә лә әүҙем ҡатнашығыҙ, гәзитебеҙгә яҙылығыҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Резеда Шәңгәрәева, Рәмилә Мусина, Булат Тимерғәлиев фотолары.