9 май - Еңеү көнө
2 Ноябрь 2024, 07:30

Мал ҡышҡа әҙер

Борай районының Фәйзрахманова крәҫтиән (фермер) хужалығында ҡышҡылыҡа әҙерләнәләр

Мал ҡышҡа әҙерМал ҡышҡа әҙер
Мал ҡышҡа әҙер

– Малды ҡышлатыуға әҙербеҙ. Фермаларҙы йәйгеһен үк төҙөкләндерлде. Мал аҙығы мул әҙерләнде. 700 тонна сенаж һалынды. Фураж да артығы менән һалынды. Бесән менән һалам да етәрлек күләмдә. Бөгөнгө көндә хужалыҡта 200 баш мал аҫрала. Шуларҙың 60-ы һауын һыйыры. Йәй буйына һөттөң күләме һәйбәт булды, әле генә кәмене. Һауып алынған аҡты Өфө һөт заводына тапшырабыҙ. Ҡыш яҡынлаша. Әлегә малдар көтөүлеккә сыҡһа ла, тиҙҙән ҡарала торасаҡ. Көҙҙөң йылы булыуы беҙҙең өсөн бик отошло булды, - тип хужалыҡ эштәре менән таныштырҙы крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Луиза Рафаэль кыҙы.

 Хужалыҡ малсылыҡ тармағын үҫтерә. 700 гектар ерҙәре бар, 463 майҙанда мал аҙығы үҫтерәләр. Йыл һайын техника алмаштырып торалар. Быйыл мал аҙығы әҙерләү комбайны алғандар.

Хужалыҡта эшләүселәр һәр береһе үҙ эшен белеп атҡара. Водителдәр Фидәрис Гәрәев, Заһир Ғәлләмовтар үҙ техникаһы менән ярҙам күрһәтә. 

Валера Йәнбулатов ике йылдан ашыу быҙауҙар ҡарай. Үҙ эшен еренә еткереп, яратып башҡара.

  • Эшемде яратам. Бөгөн минең ҡарамаҡта йөҙ баш мал. Иртәнсәк көнөм уларға һөт эсереүҙән башлана. Унан һыу бирәм. Ашарҙарына һалам, торған урындарын таҙартам. Малдар эргәһендә көндөң үткәне лә һиҙелмәй. Үҙем ауылда үҫкән кеше. Һәр эште сифатлы итеп башҡарһаң ғына уңышҡа өлгәшеп була. Малдар ҡараулы булғанда ғына яҡшы үрсем, ныҡлы нәҫел һәм һөт һауып алырға була, - ти ул.

 

Автор Гөлназ Хужина.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас