9 май - Еңеү көнө
3 Ноябрь 2024, 03:30

Барыһы ла Осоргин ауылы халҡы теләгәнсә

Өфө районының Осоргин ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә арналған парк һәм һәйкәл асылды. Бығаса ауылда ундай уңайлы ял итеү урыны булмаған.

Барыһы ла Осоргин ауылы халҡы теләгәнсәБарыһы ла Осоргин ауылы халҡы теләгәнсә
Барыһы ла Осоргин ауылы халҡы теләгәнсә

Парктың проекты урындағы халыҡ фекерен иҫәпкә алып башҡарылған. Хәүефһеҙ резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары, уңайлы туҡталҡа, йәйәүлеләр юлы, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәйкәл, эскәмйәләр, бәүелсәктәр, теҙелеп киткән ҡарағай үҫентеләре, видеокүҙәтеү камералары – барыһы ла ауыл халҡы теләгәнсә. Төҙөкләндерелгән биләмәнең майҙаны – яҡынса 2 200 квадрат метр.

– Парк өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да яратҡан урынына әүерелер, тыуған яҡтың тарихы һәм мәҙәниәте менән бәйләнеште нығытыуға булышлыҡ итер, тип ышанам, – тине Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников.

Йәмәғәт урыны “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (нацпроект “Жилье и городская среда”) ярашлы булдырылды. Мәғлүм булыуынса, милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдың майындағы указына ярашлы тормошҡа ашырыла башлағайны.

Фото: Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

Барыһы ла Осоргин ауылы халҡы теләгәнсә
Барыһы ла Осоргин ауылы халҡы теләгәнсә
Барыһы ла Осоргин ауылы халҡы теләгәнсә
Барыһы ла Осоргин ауылы халҡы теләгәнсә
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас