9 май - Еңеү көнө
3 Ноябрь 2024, 10:15

Ятҡан кеше эләгеп йығылмай

Ябай кешеләрһеҙ бөйөктәре тыумай...

Ятҡан кеше эләгеп йығылмайЯтҡан кеше эләгеп йығылмай
Ятҡан кеше эләгеп йығылмай

Көнсығыш халыҡтарының аҡылына ла күҙ һалайыҡ. Күпме мәғәнә һалынған уларға, бик тапҡыр әйтемдәр.

*Тәрән йылға тын аға.

*Ябай кешеләрһеҙ бөйөктәре тыумай.

*Юғарыға үрләргә теләгән кеше баҫҡыс уйлап табыр.

*Йылмайған йөҙгә уҡ осормайҙар.

*Иҫәрҙәргә юл бир.

*Әгәр ҡатын-ҡыҙ нимәнелер ныҡ теләһә, ҡая аша ла үтер.

*Киткән кешене туҡтатма, киләм тигәнде ҡыума.

*Шәп – ул яй, әммә туҡтауһыҙ барыу.

*Яман кешенең дуҫы булғансы, һәйбәт кешенең дошманы булыу яҡшы.

*Ҡатын менән ир ҡул менән күҙ кеүек булырға тейеш: ҡул ауыртһа - күҙ илай, күҙҙәр илаһа – ҡул һөртөп ала.

*Ваҡ йылғасыҡтарға ла иғтибарлы булған өсөн диңгеҙ ҡеүәтле.

*Алыҫ юл да яҡынынан башлана.

*Ҡайғы йыртыҡ күлдәк кеүек. Уны өйҙә ҡалдырып китер кәрәк.

*Ятҡан кеше эләгеп йығылмай.

*Бер йылы һүҙ өс ҡышҡы һыуыҡ айҙы ла йылыта ала.

*Проблема хәл итерлек булһа - уны уйлап борсолмағыҙ, әгәр хәл итеп булмай икән - борсолоуҙан файҙа юҡ.

*Ағас ботағын һүрәткә төшөргәндә ел иҫеүен ишетергә кәрәк.

*Кеше тураһында насар уйлар алдынан ете тапҡыр тикшер.

*Ҡулыңдан килгәндең барыһын да эшлә, ә ҡалғанын яҙмышҡа тапшыр.

*Артыҡ намыҫлы булыу алйотлоҡ  менән сиктәш.

*Көлөү тауышы яңғыраған йортҡа бәхет ҡуна.

*Еңеүҙе дошманына ҡарағанда ярты сәғәткә оҙағыраҡ түҙгән ала.

*Шулай ҙа була: япраҡ бата, ә таш йөҙә.

*Һыуыҡ сәй менән дөгөгә түҙеп була әле, ә һалҡын ҡараш һәм яман һүҙгә  - юҡ.

*10 йәштә – мөғжизә, 20-лә – аҡыл эйәһе, ә 30-ҙан һуң – ябай кеше.

*Уйлағас – тәүәккәллә, тәүәккәлләгәс – уйлама.

*Белмәгәнде һорашҡан өсөн бер минут оят, ә белмәү - ғүмерлеккә оят.

*Насар оҫта ҡулынан камил һауыт тыумай.

*Әҙерәк эйелеүҙән ҡурҡма, төҙөрәк булырһың.

*Юлға үҙ теләгең менән сыҡһаң, йөҙ саҡрым да берәү кеүек тойолор.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас