Нуриман районында бөгөн иртәнге сәғәт дүрттәр тирәһендә Павловка - Берючево юлының 1-се километрында баҫыуҙа үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, “Фольксваген Гольф” руле артындағы 23 йәшлек водитель Павловка ауылы йүнәлешендәге ял базаһы яғынан китеп барғанда идара итеү һәләтен юғалтҡан һәм юл ситенә сығып осҡан.
Юл фажиғәһендә водитель ваҡиға урынында һәләк булған, уның 18 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған.
Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләгән, юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.
Һуңғы көндәрҙә юлдарҙа авариялар һаны бермә-бер артты. Был миҙгелдәр алмашыуы, ҡар яуыуы һәм юлда боҙлауыҡ ятыуы менән бәйле. Шуға күрә водителдәргә айырыуса иғтибарлы булырға кәңәш итәбеҙ.
Фото: ДАИ.