Башҡортостанда "Халыҡ участковойы-2024" Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабына йомғаҡ яһалды. Ярышта Әбйәлил районының участковойы Мансур Моратшин еңеү яуланы һәм яҡташыбыҙ ил кимәлендә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.
– Һүҙ ҙә юҡ, эшем ҡатмарлы һәм яуаплы, уның киреһе булыуы ла мөмкин түгел, – ти Мансур Моратшин. – Һәр ваҡыт халыҡ араһында йөрөйбөҙ, төрлө хәлдәр була. Иң мөһиме, уяулыҡты юғалтырға ярамай.
Мансур Моратшин әйтеүенсә, бындай мәртәбәле конкурстарҙа ҡатнашыу үҙеңдең мөмкинлегеңде һәм көсөңдө һынап ҡарау ул.
Фото: 70.мвд.рф