Бөгөн Яңы Балаҡатай ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Балаҡатай районы Советы ултырышында ҡатнашты. Депутаттар бер тауыштан Лилиә Мулланурованы килешеү нигеҙендә муниципалитет хакимиәте башлығы вазифаһына раҫланы.
Балаҡатай халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә әүҙем ярҙам итә – даими рәүештә ағас һәм ағас материалдары, маскировка селтәрҙәре һәм гуманитар йөк оҙата, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
– Барығыҙҙың да ошо ауыр ваҡытта берләшеүегеҙ өсөн рәхмәт. Бик мөһим булған илебеҙҙе һаҡлау, Ватанды яҡлау эшендә ҡатнашабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ республика етәксеһе Мәсхүт Миңлеғәлинға Балаҡатай районы хакимиәте башлығы вазифаһындағы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уға "Хеҙмәт батырлығы өсөн" миҙалын тапшырҙы.
– Һеҙ район менән алты йыл етәкселек иттегеҙ, кешеләр хаҡында хәстәрлек күрҙегеҙ. Районда уңайлы мөхитте үҫтереүгә, биләмәнең билдәле бер мәҙәниәтен формалаштырыуға йүнәлтелгән программалар старт алды. Ошо йылдар дауамында һеҙ улар менән даими рәүештә шөғөлләндегеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Мәсхүт Миңлеғәлин үҙ сиратында республика етәкселегенә район халҡына күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Был беҙҙең тотош идара итеү командаһының ҡаҙанышы, тип иҫәпләйем. Яңы һайланған район башлығына уңыштар һәм биләмәне социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса барлыҡ бурыстарҙың үтәлеүен теләйем, – тине Мәсхүт Миңлеғәлин.
Радий Хәбиров хакимиәттең яңы башлығына уңыштар теләне, райондың иҡтисади үҫешенең мөһимлеген билдәләне.
– Балаҡатай районының идара итеү командаһына бик күп етди мәсьәләләрҙе хәл итергә тура киләсәк, улар иҫәбендә – социаль объекттар һәм юл инфраструктураһын төҙөү. Федераль һәм республика программаларында әүҙем ҡатнашыу мөһим, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика Башлығы райондан шулай уҡ иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында эшләгән хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Ултырыш аҙағында Лилиә Мулланурова депутаттарға күрһәткән ышаныстары өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Тик бергәләп, тик берҙәм тырышлыҡ менән генә районыбыҙҙы үҫтерербеҙ һәм алға барырбыҙ. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итербеҙ, федераль программаларҙа әүҙем ҡатнашырбыҙ, – тине Лилиә Мулланурова.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Лилиә Мулланурова – Башҡортостанда район етәкләүсе бишенсе ҡатын-ҡыҙ. Был вазифаларҙы республиканың Иглин районында – Гүзәл Насирова, Стәрлетамаҡ районында – Рита Сәмиғуллина һәм Благовещен районында Анна Карабанова биләй. Шулай уҡ республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко әлеге вазифаһына тиклем Ҡыйғы районын етәкләне.
Белешмә:
Мулланурова Лилиә Рәмил ҡыҙы 1974 йылдың 22 апрелендә Балаҡатай районының Билән ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Яңы Масҡары башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы булып башлай. 2004 йылдан Балаҡатай районы хакимиәтендә төрлө вазифалар биләй. 2016 йылдан муниципалитет хакимиәте башлығының социаль-мәҙәни һәм гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләй.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.